Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
3 Май 2025, 10:47

Юлдар төҙөкләндерелә

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса Башҡортостанда изге Нарыҫтауға алып барған юлдарҙың торошо яҡшырасаҡ.

Юлдар төҙөкләндереләЮлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә

Төбәктең транспорт министрлығы хәбәр итеүенсә, 2025 йылда Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Шишмә һәм Стәрлетамаҡ райондарында 21 километр М-5 "Урал" - Аксен - Ҡырғыҙ - Миәкә юлдарын һәм 18,5 километр Стәрлетамаҡ - Раевка юлын ремонтлау планлаштырыла. Асфальт япма яңыртыла, юл ситтәрен нығыталар һәм яңы билдәләр, шул иҫәптән термопластик та ҡуйыла.

Был юлдар төбәк транспорт селтәре өсөн мөһим һәм Сусаҡтау, Сатыртау, Нарыҫтау итәгенә һәм изге сығанаҡтарға алып барыусы популяр туристик маршруттар булып тора. Мосолмандар өсөн изге урын булған Нарыҫтау, үҙенең шифалы үҙенсәлектәре менән билдәле булған, уның итәгендәге изге Ғәли шишмәһенә хаж ҡылыусыларҙы йәлеп итә.

Башҡортостандың транспорт министры Любовь Минакова юлдарҙы тәртипкә килтереүҙең хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм һауа торошо мөмкинлек биргәндән һуң эштәр башланасағын билдәләне. 2024 йылда ошо уҡ юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 36 км булған участкалары ремонтланған.

Башинформ. 

Юлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә
Автор:
Читайте нас