

Фестиваль сиктәрендә тәүге тапҡыр бәхетле ғаиләләр парады һәм "Ғаилә.Тыныслыҡ.Хеҙмәт.Май." cараһы үтте. Байрам ҡунаҡтары күргәҙмәләрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен, милли спорт төрҙәре буйынса сығыштарҙы ҡараны. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов ҡатнашыусыларҙы ҡотланы. Өфөлә йәшәүсе ғаиләләр Александр Башкирцев һәм Зөлфиә Ғәзимова «Өфөнөң иң яҡшы тәрбиәгә алынған ғаиләһе», шулай уҡ Дмитрий һәм Алла Матузко «Өфөнөң иң яҡшы опекундары» булараҡ билдәләнде һәм бүләкләнде. Сәхнәлә ижади коллективтар сығыш яһаны, милли колоритлы ихаталар, һөнәрселәр күргәҙмәһе һәм туҡланыу пункттары эшләне. Фестиваль «дуҫлыҡ әйлән-бәйлән» Һәм фонтан асыу менән тамамланды.
Фото: Өфө хакимиәте.
mgazeta.com