

Съезд 13 майҙа асыла. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы ҡатнашасаҡ һәм республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Тематик майҙансыҡтарҙа башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ. Күргәҙмәләр эшләйәсәк.
Съезды Башҡортостан Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы башҡорт, рус туған һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары ассоциацияһы үткәрә. Сара Башҡортостан Башлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, мәғариф өлкәһендә эшләгән урындағы үҙидара органдары булышлығында үтә.
Фотола: I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезынан күренеш.