+28 °С
Болотло


Бар илебеҙ халҡы билдәләйәсәк Бөйөк Еңеү байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо дата уңайынан һәр ерҙә әҙерлек бара.
Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәрендә белем алыусы уҡыусылар дәрестәрҙән һуң көн һайын район үҙәгенә йыйыла. Улар сафтар буйлап атлап үтә, командаларҙы үтәй. Тигеҙ рәттәр менән үткән колонналарҙы ҡарап тороуы күңелле, араларында шайморатовсылар ҙа, студенттар ҙа бар. Бындай саралар йәш быуында патриотизм һәм гражданлыҡ тойғоһо уята. Еңеү көнө айҡанлы үткән тантаналарҙа улар һынатмаҫ!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.