

Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән ата-бабайҙарын, яҡындарын иҫкә алыу өсөн мәктәп эргәһендәге обелиск янына ауылдың төрлө йәштәгеләре, ҡунаҡтар, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Уларҙың күбеһе ҡулына атай-олатайҙарының портреттарын тотҡайны, ә уҡыусыларҙың ҡулында шарҙар, байраҡтар елберҙәй ине.
Бикҡол ауыл Советы рәйесе Ришат Нуриман улы Әхмәтшин Бөйөк Еңеүҙең ниндәй юғалтыуҙар бәрәбәренә яуланыуын, яҡташтарыбыҙҙың Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ булыуын телгә алды. Артабан райондан килгән ҡунаҡ – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ғәлиевҡа һүҙ бирелде:
- Районыбыҙҙан йәмғеһе 11 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, уларҙың яртыһынан күбеһе яу яланынында һәләк булған. Ете райондашыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеме менән бүдләкләнгән. Үкенескә күрә, бөгөн дә ил-көндәр тыныс түгел, ир-егеттәребеҙ Украина ерендәге махсус хәрби операцияла йөрөйҙәр, - тине ул.
Артур Амур улы һәммәһен дә байрам уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм Ҡаныҡай ауылының яугирҙәргә ҙур ярҙам күрһәткән ирекмәндәренә рәхмәтен белдерҙе һәм Вахизә Ишниязоваға миҙал тапшырҙы.
Белеүбеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап үтмәгән. Ауылдаштар Тыуған ил азатлығы өсөн йән аямай көрәшкән яугир-ветерандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Байрам сараһы артабан клубта дауам итте. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Әминә Абдрахманова һәм Сәрбиназ Сабитова алып барған концерт патриотик рухтағы шиғырҙар менән башланып китте. Сәхнәгә сыҡҡан “Мирфайза” ансамблен, ауылдағы башланғыс класс уҡыусыларының сығыштарын да алҡыштар менән оҙаттылар. Гөлназ Хажиеваның йыры байрамға бер биҙәк булды, ул шулай уҡ атаһына арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе, Сәмиға Сәлихованың шиғырҙары күңелдәргә һағыш һалып, күҙҙәрҙе йәшләндерҙе. Байрам ҡунаҡтары - нәҫел тамырҙары ошо ерҙән булған Гөллирә Нәзип ҡыҙы һәм Гөлсимә Ғәлләмова атайҙарын хөрмәтләп, иҫкә алыу өсөн, алыҫ араларҙы яҡынайтып байрамға килгәйнеләр. Уларҙың береһе шиғыр һөйләһә, икенсеһе яҡташтарына ҡаҙаҡ телендә йыр бүләк итте. Үҙешмәкәр артистар әҙерләгән, һуғыш, еңеү темаһына арналған сығыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һағышлы ла, шатлыҡлы ла байрам бергәләп «Еңеү көнө» йырын башҡарыу менән тамамланды.
Планда ҡаралғанса, “Үлемһеҙ полк” акцияһы ойошторолдо. Тантаналы сараға йыйылыусылар герой ата-бабаларының портреттарын тотоп, ауыл урамдары буйлап ғорурлыҡ менән үттеләр. Һәр кем илебеҙ күге аяҙ булһын, һуғыш булмаһын, донъялар тынысланһын, бөгөн ата-бабалары кеүек ил һағына баҫҡан ир-егеттәр ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә таралышты.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотоһы.