Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
8 Май 2025, 17:00

Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә

Бөгөн Аҙнай ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығын байрам итте

Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙәЕңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә

Тантаналы митингыны ауыл китапханасыһы Алевтина Әхмәтова асты һәм ауыл халҡын оло байрам – Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлау өсөн район хәкимиәте эштәре менән идара итеүсе Алексей Васильевич Макаровты түргә саҡырҙы. Райондан килгән вәкил Еңеүҙең илебеҙ халҡының ҡаһарманлығы менән яуланыуын билдәләп, илебеҙгә тыныслыҡ теләне. Бөгөнгө көндә район халҡының, шул иҫәптән ауыл ирекмәндәренең махсус хәрби операцияға ҙур ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт әйтте һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе -  Ғәлиә Шәйәхмәтоваға миҙал тапшырҙы. Артабан Дим ауыл хәкимиәте башлығы Ходак Сергей Михайлович һәммәһен дә бөйөк байрам менән тәрбикләп, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл үтһә лә, илебеҙ халҡы кеүек, Бөйөк Еңеү байрамын аҙнайҙар ҙа шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хистәре менән, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер тулҡынланыу менән ҡаршы ала. Шулай булмай, ул аяныслы йылдарҙа һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә ҡалмаған, кемдеңдер – ире, икенселәрҙең – атаһы, өсөнсөләрҙең олатаһы фронтта һәләк булған.  Һандарға күҙ һалайыҡ:  Аҙнай ауылынан фронтҡа 240 ир-егет китә, уларҙың ни бары 140-ғы ғына тыуған тупрағына аяҡ баҫа.

Һәр ғаиләнең ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышына бәйле үҙ тарихы һәм үҙ хәтирәләре бар. Байрамға килеүселәр ата-бабайҙарының, олатайҙарының портреттарын тотоп килгәйне, йәше-ҡарты  метроном һуғыуы аҫтында, аяҙ күк йөҙө, киләсәк өсөн көрәшкән батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.  Яугирҙәрҙең исем-шәрифтәре мәңгеләштерелгән обелискка ҡан төҫөләй ҡыҙыл ҡәнәферҙәр, венок  һалынды.

Артабан байрам ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. “Хазина” фольклор ансамбле Концертта һуғыш осоро балалары үҙҙәре лә ҡатнашты, мәҫәлән, Люциә апай Мырҙаханова һағышлы йыр йырланы, Фәүзиә апай Әхмәтова “Ҡыр ҡаҙҙары” (авт.Р.Сафин) шығырын күңел түренә үтеп инерҙәй итеп һөйләне. “Ялан” вокал коллективының “Батырҙар” йырын башҡарыуын, кескәй ҡыҙҙарҙың бейеүҙәрен көслө алҡыштар менән оҙаттылар. Ҡыҫҡаһы,  концертты халыҡ бирелеп ҡараны.

Майҙанда сағыу ҡояш нурында Еңеү байраҡтары елберҙәй, патриотик йырҙар яңғырай. Байрамдан бер кем дә ҡайтырға ашыҡманы. Йәше-ҡарты Өйәҙе буйында хәрби-ялан кухняһында һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Һәр кем тиҙерәк ил-көндәр тынысланып, тағы ла иҫәнлектә-һаулыҡта байрамдарҙы ҡаршыларға яҙһын, тигән теләк менән таралышты.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Еңеү рухы - беҙҙең йөрәктәрҙә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас