Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Май 2025, 02:16

Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә

Набережный ауылында обелиск асылды

Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенәҠаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә
Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән көндәрҙә районыбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Набережный ауылында Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында һәләк булған һәм яуҙан ҡайтып мәрхүм булған яугирҙәргә арналған, шулай уҡ бөгөнгө заман геройҙарын мәңгеләштеү маҡсатында  Хәтер мемориалын асыу тантанаһы үтте.

Набережныйҙар был сараға етди әҙерләнгән. Ауыл халҡы тирә-яҡты төҙөкләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу, зыяратты тәртипкә килтереп өмәләр ойошторған. Был уларҙың берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Обелиск асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов, район хәкимиәте, Дим ауыл биләмәһе башлығы Сергей Михайлович Ходак, Бишбүләк районының"9 рота" эҙәрмәндәр отряды етәксеһе В.В.Чернов, ауыл халҡы, сығышы менән ошо ауылдан булғандар, күрше-тирә ауылдар халҡы ҡатнашты.

Был обелискка нигеҙ һалғандан алып, ошо мөһим эштә ҡатнашҡан һәм ойошторған барыһына ла рәхмәт белдерелде. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ауыл халҡының һәм ситтә йәшәгән яҡташтарҙың матди ярҙамы менән ҡаһарман атай-олатайҙарҙың исемдәре мәңгеләштерелде. 

Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә
Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә
Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә
Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә
Ҡаһарман ата-бабайҙар, геройҙар хөрмәтенә
Автор:Гумерова Л
Читайте нас