Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Май 2025, 16:35

Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә

Бишбүләк ауылының Еңеү паркында һәм үҙәк майҙанда тантаналы саралар үтте

Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итәЕңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Тантаналы музыка аҫтында парадты иң элек байраҡ йөрөтөүселәр төркөмө башлап ебәрҙе. Улар артынан теҙелгән колоннала төрлө хәрби кейемдәрҙә ҡалған мәктәптәр уҡыусылары һәм хеҙмәт коллективтары атлай. Район халҡы шулай уҡ парадта төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүсе ир-егеттәрҙең маршта атлауын күрҙе. Буласаҡ һалдаттар, йәғни мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың, шайморатыусыларҙың сафтар буйлап үтеүен күҙәтеүе күңелле ине. Ҡыҫҡаһы, тантаналы парад һәр кемгә байрам кәйефе бүләк итеп, күңелдәргә шатлыҡ өләште.
Байрам ҡунағы - республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Рәмзил улы Нуриәхмәтов яҡташтарын ошо яҡты байрам менән ҡотлап үтте.  Тантананы сараны муниципаль район хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов дауам итте.
– Ҡәҙерле ветерандар, хөрмәтле бишбүләктәр! Бөгөн илебеҙ бөйөк байрам – Еңеү көнөн билдәләй. Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ Еңеү өсөн бар көсөн һалған, үҙен аямай, фашистарға ҡаршы көрәшкән. Районыбыҙҙан 11 меңдән ашыу яҡташыбыҙ фронтҡа китә һәм биш меңдән ашыуы яу яланында һәләк була. Уларҙың ҡыйыулыҡтары тарихта рух һәм ихтыяр көсө булараҡ яҙылып ҡалған. Улар барыһы ла үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Беҙ улар алдында баш эйәбеҙ.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ әле лә ауыр осор кисерә. Тиҫтә йылдар үткәндән һуң Еңеү һалдаттарының ейәндәре, Украина ерендә неонацистарға ҡаршы ҡаршы көрәшә. Махсус хәрби операцияла беҙҙең бик күп яҡташтарыбыҙ ҡатнаша. Беҙ уларҙың тиҙерәк еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тине ул.
Эйе, бөгөнгө көндә районыбыҙҙан күп кенә ир-егеттәр әле лә алғы һыҙыҡта йөрөй, ата-бабайҙары кеүек, яуҙа ҡорбан булған яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Әлеге сарала батырҙарса һәләк булған ун яугирҙең яҡындарына наградалар тапшырылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы М.С.Рожков сығыш яһап, бар район халҡына теләктәшлектәре һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Һеҙҙең ебәргән күстәнәстәрегеҙ, хаттарығыҙ беҙҙең күңелдәрҙе йылыта. Беҙ мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, – тип ышандырҙы.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы райондың үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән бай һәм сағыу тамаша көтә ине. Кемдәрҙер башҡорт тирмәһендәге күргәҙмәләрҙе ҡараны, икенселәрҙе бер ртәкә ҡуйылған ретро-техника ҡыҙыҡһындырҙы. 
Еңеү йырҙары, балаларҙың шат тауыштары яңғыраған майҙанда кистән да байрам саралары дауам итәсәк.
Автор фотолары.
 
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Еңеү көнөн йәше-ҡарты байрам итә
Автор:
Читайте нас