Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
12 Май 2025, 07:45

Көн торошо

Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 12 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы +14, +19°.

Шишәмбе, 13 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +10, +15°, көньяҡта иһә +16, +21°.

Шаршамбы, 14 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр фаразлана. Ел көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.

Бынан алдараҡ Башҡортостан мосолмандараның Диниә назараты төнгө намаҙ ваҡытын үҙгәртте.

https://www.bashinform.ru

Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас