Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
14 Мая 2025, 14:36

Күмәкләгәс, эш тә ырай

Бишбүләк ауылының Ватанды һаҡлаусылар паркында өмә үтте

Күмәкләгәс, эш тә ырайКүмәкләгәс, эш тә ырай
Күмәкләгәс, эш тә ырай

Быйыл яҙ иртә килде, шуға күрә тирә-йүнде йыйыштырыу буйынса өмәләр ҙә иртә башланды. Тирә-яҡ таҙарып ҡалыуға, бишбүләктәр "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, дәррәү ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Ә бөгөн төрлө ойошмала эшләүсе ир-егеттәр Еңеү паркында сүп үләндәрен сапһа, ҡатын-ҡыҙҙар Ватанды һаҡлаусылар паркына йыйылды. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, ҡулдарына бумала тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар ямғыр башланғансы тимер рәшәтләрҙе  буяп та ҡуйҙылар. Шулай уҡ бесән сапҡыс трактор парк алдындағы буйға күтәрелеп килгән үләндәрҙе сапты. 

Эштең һөҙөмтәһен күреү һәр саҡ ҡыуаныслы. Буяуҙары яңырып ҡалған ҡапҡа һәм ҡоймалар әллә ҡайҙан балҡып тора. Бында йәштәр,ғаилә парҙары, балалар ял итергә килә, шулай уҡ тиҙҙән Пограничниктар көнө һәм башҡа хәрбиҙәр йыйыласаҡ. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары. 

Күмәкләгәс, эш тә ырай
Күмәкләгәс, эш тә ырай
Күмәкләгәс, эш тә ырай
Күмәкләгәс, эш тә ырай
Күмәкләгәс, эш тә ырай
Автор:Гумерова Л
Читайте нас