Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
15 Май 2025, 04:53

Үҙең үҫтергәнгә ни етә!

Бишбүләк 1-cе урта мәктәбе уҡыусылары мәктәп яны участкаһына йәшелсәләр ултыртты

Үҙең үҫтергәнгә ни етә!Үҙең үҫтергәнгә ни етә!
Үҙең үҫтергәнгә ни етә!
Балалар белем алып ҡына ҡалмайҙар, ә хеҙмәт тәжрибәһе лә туплайҙар. 5-8, 10 класс уҡыусылары педагогтар менән бергә йәшелсә культуралары ултыртыу өсөн мәктәп яны участкаһына сыҡты. Картуф, һуған, кишер, сөгөлдөр ултырттылар.
Мәктәп яны участкаһында үҫтерелгән йәшелсәләр балаларҙы йыл дауамында ҡайнар аш менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыласаҡ. Баҡса барыһын да яҡшы уңыш менән ҡыуандырһын өсөн уҡыусылар йәй дауамында хәстәрлек күрәсәк. Бында ҙур эш башҡарыла: сәскә-декоратив бүлек төҙөкләндерелә, баҡсала ҡороған ағас ботаҡтары алына. Үҙ эшендең һөҙөмтәһен күреү бик күңелле, һәр кем дөйөм эшкә үҙенең өлөшөн индерә. 
Кискеһен ҡойоп яуған ямғыр ҙа файҙаға булды, ултыртылған орлоҡтар тиҙ арала шытым бирер. 
 
https://vk.com/public206548118
 
 
 
 



 
Үҙең үҫтергәнгә ни етә!
Үҙең үҫтергәнгә ни етә!
Үҙең үҫтергәнгә ни етә!
Үҙең үҫтергәнгә ни етә!
Автор:
Читайте нас