Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
15 Май 2025, 02:59

Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән!

Ғаиләбеҙ матур, имен, балаларыбыҙ сәләмәт, тәүфиҡлы, эшһөйәр булып үҫһен! Татыулыҡта гөрләтеп йәшәргә яҙһын!

Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән!Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән!
Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән!
15 май - Халыҡ-ара Ғаилә көнө. Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә.

Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаилә иң төп ҡиммәттәрҙең береһе һаналған. Тормоштоң ниндәй генә хәлдәрендә лә яҡындарыбыҙға һыйынабыҙ, уларҙан аңлау, аяу, йылы һүҙҙәр көтәбеҙ. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ихлас, йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға яҙһын.  

Тормош ҡото, йәшәү матурлығы – ғаиләлә. Именлек, татыулыҡ, иман һәм бәрәкәт юлдашығыҙ булһын, дуҫтар! 

Ғаиләм – ҡәлғәм.
Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!

 

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары

 
 
Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән!
Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән!
Автор:
Читайте нас