Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
16 Май 2025, 05:21

Нефтселәр Бөйөк Еңеүгә бағышлап 100 ҡарағай ултыртҡан

Башҡортостан нефтселәре еңеү юбилейына ҡарағайҙарҙан мемориал ултыртты

Нефтселәр Бөйөк Еңеүгә бағышлап 100 ҡарағай ултыртҡанНефтселәр Бөйөк Еңеүгә бағышлап 100 ҡарағай ултыртҡан
Нефтселәр Бөйөк Еңеүгә бағышлап 100 ҡарағай ултыртҡан

Нефтекамала “80” һанын һынландырған 100 ҡарағайҙан торған геометрик яҡтан теүәл геоглиф барлыҡҡа килде. Уны 7 майҙа “Экологик именлек” милли проектын (национальный проект «Экологическое благополучие”) тормошҡа ашырыу барышында төшөрҙөләр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Сараны Арлан нефть ятҡылығында эшләүсе производство бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Арлан нефть һәм газ сығарыу төбәге начальнигы Руслан Ян һүҙҙәренсә, бындай акция киләсәк быуындарҙың тыныс тормошо өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән кешеләргә хөрмәт билдәһе булып тора.

– Бөйөк Еңеүҙең юбилейы хөрмәтенә 100 ҡарағай ултыртыу илебеҙ азатлығын яҡлаған һалдаттарыбыҙҙың хәрби батырлығы тураһында рәхмәтебеҙҙе һәм мәңгелек хәтеребеҙҙе сағылдыра. Был башланғыс ҡала халҡының ярҙамын алыр һәм һуңынан геоглиф урынында матур хәтер паркы үҫер, ул киләсәк быуындарға донъяға Еңеү килтергән ваҡиғалар тураһында үҙенсәлекле монументаль иҫкәртеүгә әйләнер, тип ышанабыҙ, — тине Руслан Ян.

Шул уҡ көндө хеҙмәткәрҙәр Магистраль урамында тағы ла 90 йәш тирәк ултырта. Ойоштороусылар фекеренсә, буласаҡ бейек ағастар, уҡыу йорттарын шау-шыулы сәнәғәт зонаһынан һаҡлап, һауаны таҙартыуға булышлыҡ итеп, һаҡлағыс йәшел коридор барлыҡҡа килтерә.

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә.

Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото сығанағы: ecology.bashkortostan.ru.

bashgazet.ru

Нефтселәр Бөйөк Еңеүгә бағышлап 100 ҡарағай ултыртҡан
Нефтселәр Бөйөк Еңеүгә бағышлап 100 ҡарағай ултыртҡан
Нефтселәр Бөйөк Еңеүгә бағышлап 100 ҡарағай ултыртҡан
Автор:
Читайте нас