

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурстары республикабыҙҙа йыл да үткәрелеп тора. Бөгөн иһә 27- се тапҡыр ойошторолған был мәшһүр эпосты яттан һөйләү өсөн йәш сәсәндәр Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатына йыйылды. Унда Баҡалы, Бишбуләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Шаран, Туймазы райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан командалар ҡатнашты.
I турҙа уҡыусылар “Урал батыр” эпосын яттан һөйләһә, II турҙа күрше-тирә райондарҙан килгән командалар халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөһө булған эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәткән.
Мәртәбәле ярышта майҙан тоторға сыҡҡан Һомай кеүек сая ҡыҙҙар, Уралдай ҡыйыу егеттәр араһынан иң көслө йәш сәсәндәр призлы урындар яулаған. Шулар араһында беҙҙең район данын яҡлап сығыш яһаусы Лияна Халикованың да булыуы бик шатлыҡлы. Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең 5-cе класс уҡыусыһы Лияна Халикова был мөһим сараға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова етәкселегендә барған, ул эпостан 200 юл һөйләп, “Яңғыҙ башҡарыусы” номинацияһында билдәләнгән һәм III дәрәжәләге диплом менән бүләкләнгән.
Лияна Халиҡова өсөн был беренсе генә еңеү түгел. Район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа уның башҡорт телендә илһамланып шиғырҙар һөйләүен һәр саҡ һоҡланып тыңлайбыҙ. Бындай шиғыр бәйгеләренә ул бер ҡасан да Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәр алмайынса ҡайтмай. Тырыш һәм һәләтле ҡыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.