

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ – Раевка юлын төҙөкләндереүгә керешкәндәр. Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла.
- Стәрлетамаҡ – Раевка трассаһы мөһим траспорт артерияһы булып тора. Был юл транспорттың Р-240 Өфө–Ырымбур федераль трассаһына сығыу юлын тәьмин итә. Бындағы трафик тәүлегенә 16 мең автомобиль тәшкил итә. Хәрәкәттә ауырлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн ойошма юл эштәрен төндә алып барҙы, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге 2,7 километр оҙонлоғондағы участкала фрезер һәм башҡа әҙерлек эштәре башҡарылған. Стәрлетамаҡ – Раевка юлында барлығы дүрт участкала быйыл 18,5 километр юл ремонтлау планлаштырыла.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостандың транспорт министрлығы.
bashgazet.ru