

Уны әҙерләү өсөн ҡояшлы, ҡоро көндә тәбиғәттең иң таҙа урынында 500 г бәпембә сәскәһен йыйырға һәм ярты литрлоыҡ банкаға тултырырға. Сәскәләрҙе йыуырға кәрәкмәй.
Өҫтөнә тултырғансы көнбағыш майы ҡойоп, өҫтөн марля менән ябып, бәйләргә һәм өс аҙнаға ҡояшлы урынға ултыртырға.
Сәскәләре һоро төҫкә инеү менән, майҙы марля аша һөҙөп, үтә күренмәгән шешәгә тултырырға.
Шифалы майҙы ҡараңғы, һалҡын урында һаҡларға.
Ә инде бер-нисә аҙна көтөп торорға телмәһәгеҙ, уны әҙерләүҙең икенсе ысулы ла бар.
Кәстрүлгә 1 л көнбағыш майын ҡойорға, сәскәләрҙе һалырға һәм 30 – 60 минут талғын утта һыу быуында йылытырға. Май ҡайнарға тейеш түгел. Ҡайнтамайынса ғына ни тиклем оҙағыраҡ йылытаһың, бәпмебәнең файҙалы матдәләре майға шул тиклем бүленеп сыға.
Әҙер булғас, был ҡатнашманы банкаға ҡойоп, бер тәүлеккә ҡояшҡа төнәтергә ҡуйырға.
Бер тәүлектән һуң һөҙөп алып, үтә күренмәгән шешәгә ҡойорға һәм һалҡын урында һаҡларға. Шешә ҡоро булырға тейеш, шул осраҡта ғына ул боҙолмай һаҡлана. Дөрөҫ итеп һаҡлағанда, был шифалы майҙы йыл буйы тотонорға мөмкин.
Шулай уҡ бәпембәне туңдырып, ҡышҡыһын шифалы май әҙерләү өсөн файҙаланырға ла була. Уны бауыр ауырыуҙарынан, үт ҡыуығында таш булғанда, йыш эс ҡатып яфалағанда, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарынан ҡулланалар. Бының өсөн көнөнә өс тапҡыр ашаған мәлдә берәр ҡалаҡ ҡабырға.
Быуындар һыҙлағанда көнөнә 2 – 3 тапҡыр бәпембә майы менән ауыртҡан урындарҙы ыуырға. Был майҙы салаттарға ла ҡушҡанда, уны файҙалы матдәләр менән байытып, үҙенсәлекле тәм өҫтәргә мөмкин.
Бәпмебәне тире ауырыуҙарын дауалағанда ла файҙаланалар. Ул герпесты, экземаларҙы, яраларҙы, янған урындарҙы, сиҡанды, ҡорсаңғыны бөжәктәр тешләгән урынды дауалау өсөн бына тигән дауа булып тора.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://ye102.ru