

Уҡыу йылы тамаланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Белем алыу төрлө саралар менән үрелеп бара. Был көндә балаларға мәктәп рюкзактарына креатив алмаш табырға тәҡдим ителгән. Улар ғәҙәти мәктәп портфеле йәки рюкзагы урынына дәреслектәр, дәфтәрҙәр һәм башҡа мәктәп кәрәк-яраҡтарын төрлө әйбергә һалып килгән. Һәр кем тиерлек өйҙә мәктәпкә йөрөү өсөн яраҡлаштырылған әйберҙе таба алған. Берәүҙәр уҡыу әсбәптарын картон ҡумта, мендәр тышы, дипломат, инструменттар өсөн йәшниккә һалып алып килһә, икенселәр сумаҙан һәм хатта кер кәрзиндәре менән килгән.
Был акцияла ҡатнашыу балаларҙа ыңғай эмоциялар тыуҙыра, уҡыу көнөн мауыҡтырғыс итә һәм уҡыусыларҙы ғына түгел, уҡытыусыларҙың да кәйефтәрен күтәрә!
https://vk.com/public206548118