+28 °С
Болотло


Башҡортостандың сәләмәтлек һаҡлау министрлығы Ҡариҙел районының Урюш-Битуллино ауылында һеләүһен һөжүменән зыян күргән ир-аттың хәле туаһында хәбәр иткән. Хайуан ҡоторған булып сыҡҡан. Зыян күргән ир-ат амбулатор дауаланыу үтә. Республика Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уның уң беләге бик ныҡ тырналған.
Рысь кешеләр янына ғына сығып ҡалмай, урындағы кешегә лә ташлана. Йыртҡысты ҡатыны ҡыуып ебәрә һәм унан һуң уны һәнәк менән ҡаҙап үлтерәләр. Йыртҡыстың ҡоторған булыуы асыҡлана.
Урмандарҙа һаҡ булығыҙ!
Фото робот тарафынан эшләнгән.