Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
22 Мая 2025, 07:22

Ҡаһарман яугир тыныс хеҙмәттә лә һынатмай

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Әхмәт Басир улы Ғәтиәтуллин оҙон hәм ауыр фронт юлын Берлинда тамамлаған

Ҡаһарман яугир тыныс хеҙмәттә лә һынатмайҠаһарман яугир тыныс хеҙмәттә лә һынатмай
Ҡаһарман яугир тыныс хеҙмәттә лә һынатмай

2025 йылдың 9 майында илебеҙҙә мәкерле hөжүм иткән фашист Германияһын Еңеүгә 80 йыл тулды.
Ауыр һуғыш йылдарын беҙ ата-бабаларыбыҙ, Ватанды һаҡлаған батыр кешеләр аша хәтерләйбеҙ. Һәр ғаилә үҙ һуғышсыларын иҫкә ала, геройҙарының орден-миҙалдарын ҡәҙерләп һаҡлай. Һуғыш ветерандарының батырлыҡтары һәм ҡаhарманлыҡтары тураһында һөйләгәндә, беҙҙә ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе тыуа.
Минең иремдең атаһы, Әхмәт Басир улы Ғәтиәтуллин 1923 (1925) йылдың 25 майында Айыт ауылында тыуған. Ауыл мәктәбенән тамамлағас, ул Өфөләге фарика-завод өйрәнеү курстарында (ФЗУ) уҡый. Шул ваҡытта фашистар Германияһына ҡаршы һуғыш башлана. Уны хәрби заводта станоктар ремонтлау буйынса слесарь итеп билдәләйҙәр. Кyпмелер ваҡыт эшләгәс, ул үҙ теләге менән фронтҡа китeргә теләй hәм шуға күрә үҙенең тыуған йылына ике йыл өҫтәп яҙҙыра.

1942 йылдың октябрь айы. Ул ваҡытта уға ни бары 17 йәш була. Мәскәү янындағы Дзержинск ҡалаһында һауа- десант командаларының өс айлыҡ курстарын үтә, унан һуң уны автоматсы итеп 9-сы дивизияның 4-cе уҡсы полкына тәғәйенләйҙәр. Кавалерия корпусында пехотасы, зенитсы булып һуғыша. Ҡаты алыштар барышында ул яралана hәм 2350-се госпиталгә эләгә. Терелеп сыҡҡас, кавалерия корпусы ҡаршыһындағы 1750-се зенит артиллерия полкына ебәрәләр, унда корпус командиры генерал-лейтенант Крюков була. Һуғыш барышында улар Белоруссия, Украина, Польшаны азат итәләр. «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Зенит артиллерияһында Әхмәт Басир улы дошман hөжүменә ҡаршы тора. Уларға фашистар менән бик күп ҡыҙыу бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Йыш ҡына уларҙың снарядтары дошмандың танктарына hәм пехотаһына ата.
Польшаның Ситлиц станицаһы янындағы һуғыштан һуң, уның уңып бөткән гимнастеркаһында III дәрәжә Дан ордены балҡый. Уларҙың полкы шулай уҡ Днепр, Висла hәм Одер йылғаларын кисеүҙә ҡатнаша. Зенитсылар, фашист самолеттарына беҙҙең ғәскәрҙәрҙе бомбаға тоторға ирек бирмәйенсә, йылғаларҙы кискәндә, совет танктарының, пехотаһының һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары төйәлгән машиналарҙың һөжүмен тотҡарлай.

Әхмәт Басир улы Дрезден ҡалаһында «Берлинды алған өсөн» hәм «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Мәскәү янында башланған фронт юлдары буйынса оҙон һәм ауыр юлды Берлинда тамамлаған. Ватан алдындағы батырлығы, ныҡлығы hәм ҡаhарманлығы өсөн Әхмәт Басир улы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Һалдат тыуған ауылына еңеүҙән һуң ике йыл үткәс кенә ҡайта hәм Айыт РТС-ында слесарь булып эшләй башлай.  Бында ул  ул хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә, фронтовиктың хәрби наградалары янына хөкүмәт бүләктәре лә өҫтәлә: "Октябрь Революцияһы" ордены, ике «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, өс «РСФСР Ауыл хужалығы социалистик ярыш отличнигы» күкрәк билдәһе, «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергәне өсөн» миҙалы, Маҡтау грамоталары.
Әхмәт Басир улы йәмәғәт тормошонда актив ҡатнаша, утыҙ йылдан артыҡ ул халыҡ судының ултырышсыһы була, БАССР Юстиция министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Ҡатыны Зөhрә Зариф ҡыҙы Сәлманова менән улар татыу ғүмер кисереп, һигеҙ бала үҫтерәләр: ете малай hәм бер ҡыҙ. Әхмәт Басир улы яҡшы ир hәм атай була, ул ысындан да алтын ҡуллы оҫта була. Уның ҡулында бөтә нәмә — балта ла, бысҡы ла, энә менән еп тә йырлап ҡына торған. Yҙ оҫталығын ул балаларына тапшырған. 1997 йылда Әхмәт Басир улының йөрәге тибеүҙән туҡтай. Балалары ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙҙыллыҡ килтермәй, hәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапҡан. Биш улдары хәрби династияны дауам итеп, Совет hәм Рәсәй армияһы офицерҙары булып хеҙмәт итә. Әхмәт Басир улының 14 ейәне һәм 12 бүләсәре бар. Беҙ балаларыбыҙға hәм ейәндәребеҙгә ата-олатайҙарыбыҙҙың беҙҙең хаҡҡа тыныс тормош, бәхетле бала саҡ яулап алыуҙарын ғорурланып иҫкә алабыҙ hәм һөйләйбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы, ата-бабаларыбыҙҙың фажиғәле ҡаҡиғалары һәм ҡаһарманлыҡтары тураһындағы хәтерҙе быуаттар буйына һаҡлап алып ҡалыу һәм быуындан-быуынға тапшырыу мөһим.

Илзинә ҒӘТИӘТУЛЛИНА,
Айыт ауылы.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

Ҡаһарман яугир тыныс хеҙмәттә лә һынатмай
Ҡаһарман яугир тыныс хеҙмәттә лә һынатмай
Ҡаһарман яугир тыныс хеҙмәттә лә һынатмай
Автор:
Читайте нас