

Республика юлдарында “Встречная полоса” профилактик операцияһы башланды. Ул 28 майға ҡәҙәр дауам итәсәк, тип иҫкәртә республика автоинспекцияһы.
Юл-транспорт һәлакәттәре анализдары буйынса, төбәктәге һәр дүртенче водителдең ғүмере ҡаршы юл һыҙатына сығыу менән бәйле аварияларҙа өҙөлгән.
Тап шундай юл ҡағиҙәләрен йәиһә обгонға сығыу ҡағинҙәләрен боҙоу ауыр һөҙөмтәләргә һәм ҡайһы берҙә ҡаты йәрәхәттәр алыуға килтерә.
Профилактика өсөн Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре аҙна дауамында авариялар теркәлеү дәрәжәһе юғары булған юл участоктарында дежур торасаҡ һәм водителдәрҙең тыйылған участоктарҙа ҡаршы яҡ полосаға сыҡмауын күҙәтеп торасаҡ.
Сығанаҡ: bashinform.ru