Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Май 2025, 09:07

Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла

Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән башлана.

Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асылаРеспубликала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла
Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла

Башҡортостанда һыу инеү миҙгелендә 63 муниципаль берәмек биләмәһендә 192 рәсми пляж асыла. Был 2024 йылға ҡарағанда 18 пляжға күберәк, тип хәбәр итте республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов. 

Муниципалитеттарҙа һыу инеү миҙгеленә әҙерлек барышы һәм яңы пляждарҙы асыуға бәйле проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары видеобәйләнеш аша кәңәшмәлә тикшерелде.

Республиканың һыу объекттарында кешеләрҙең һәләк булыуын иҫкәртеү мәсьәләһен тикшереүгә, атап әйткәндә, мәктәп каникулдары ваҡытында балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленде.

Рәсми статистика буйынса, йыл башынан һигеҙ кеше һыуға батҡан. Шул иҫәптән Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһында һыу ингәндә батып үлгән бер бала.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө пляждары исемлеген баҫтырып сығарҙы.

https://www.bashinform.ru

Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла
Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла
Автор:
Читайте нас