

Күҙ асып йомған арала уҡыу йылы аҙағына ла яҡынлашты. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс, иҫтәлекле мәл - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырауҙар яңғырай.
Быйыл 11-се класты ун ике уҡыусы тамамлай. Был тантаналы сарала ҡатнашҡан район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.А.Данилов йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне. Ул был белем биреү учреждениеһының районда иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе булыуын да билдәләне. Уҡыусыларҙы шулай уҡ уҡ мәктәп директоры Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхтәсимова, ауыл Советы хәкимиәте рәйөсе Р.Ф.Ғимазетдинов, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Оло тормош алдында торған йәштәр өсөн был көн шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа. Тыуған мәктәптән, дуҫтарҙан, яратҡан уҡытыусыларҙан айырылыуы еңелдәрҙән түгел шул. Еҙ ҡыңғырау сыңлап, ҙур тормошҡа, оло донъяға атлаған көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа, һоҡланғыс та һәм ҡатмарлы ла булыуын иҫкәрткәндәй тойолдо. Шуға тантаналы линейкала уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың күҙҙәрендә сағылған йәш бөртөктәре ғәжәп түгел. Алда - имтихандар, дуҫтар һәм уҡытыусылар менән хушлашыу, үҙ аллы тормошҡа юл.
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш класс уҡыусылары!
Фотолар: Айыт урта мәктәбе сайтынан.