Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Май 2025, 08:03

Башҡортостандан - 150-се гуманитар конвой

Махсус хәрби операция башланғандан алып 17 мең тоннанан ашыу йөк ебәрелгән.

Башҡортостандан - 150-се гуманитар конвойБашҡортостандан - 150-се гуманитар конвой
Башҡортостандан - 150-се гуманитар конвой

- Был иҫ киткес һандар – республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең хеҙмәте. Яугирҙар ярҙам итеүселәргә һәр ваҡыт рәхмәтен белдерә. Хәрбиҙәргә ирекмәндәр ҙә үҙ көсөн, аҡсаһын, ваҡытын йәлләмәй, ҙур ярҙам күрһәтә.

Йөктө алып барыусы водителдәргә, уларҙы оҙатып барыусыларға ҙур рәхмәт. Улар ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, фронттағы яугирҙарға ярҙам итә.

Өфөнән киткән яңы гуманитар конвойҙа – 18 автомобиль, шул иҫәптән 4 «Урал», бысҡы һәм төҙөлөш материалдары, мотоциклдар, генераторҙар, рациялар, маска селтәрҙәре, оргтехника, запасчастар, медикаменттар һәм медицина ҡорамалдары, туғандарҙан һәм яҡындарҙан посылкалар һәм башҡалар.. Бөтә егеттәр ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, беҙ уларҙы көтәбеҙ, - тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

https://ye102.ru

Башҡортостандан - 150-се гуманитар конвой
Башҡортостандан - 150-се гуманитар конвой
Автор:
Читайте нас