

Бөгөн, 26 майҙа, төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, яуым-төшөм көтөлмәй.
Ел төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыштан. Көндөҙгө һауа температураһы +19-ҙан +24 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк.
Шишәмбе, 27 майҙа, һауа торошо ҡоро — яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Төндә температура +5 ° c+10 градусҡа тиклем, таулы райондарҙа +1 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ һауа +22...+27 градусҡа тиклем йылына.
Шаршамбы, 28 майҙа, һауа шарттары үҙгәрешһеҙ һаҡланасаҡ: яуым-төшөмһөҙ, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көсәйеүсән. Температура көндөҙ +22...+27 градус, төндә +5...+10 градус тәшкил итәсәк. Шулай итеп, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йылы һәм ҡоро булырға вәғәҙәләй. Саф һауала йөрөү һәм әүҙем ял итеү өсөн бик яҡшы ваҡыт!