Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
26 Май 2025, 06:17

Мутлашыуҙың яңы төрө. Абай булығыҙ!

Мошенниктар кешеләрҙе үҙҙәрен поликлиника хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып яфалай башлаған. 

Мутлашыуҙың яңы төрө. Абай булығыҙ!Мутлашыуҙың яңы төрө. Абай булығыҙ!
Мутлашыуҙың яңы төрө. Абай булығыҙ!

Улар рәсәйҙәрҙең ҡағыҙ медицина карталарын электрон картаға алмаштырабыҙ тип вәғәҙә итәләр, шылтыратҡанда смс-аша килгән кодты һәм СНИЛС номерын әйтеүҙе һорайҙар. Был хаҡта  Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса дәүләт комитеты башлығы Сергей Леонов белдергән. “Шылтыраталар ҙа сәләмәтлек һаҡлау системаһының меодернизацияһы сиктәрендә ҡағыҙ медицина картаһы тиҙҙән ғәмәлдән сығарыласаҡ һәм уны тиҙ арала электрон картаға алмаштырыға кәрәк, тиҙәр. Шунда уҡ смс аша килгән кодты һәм СНИЛС мәғлүмәттәрен әйтеүҙе һорайҙар. Был мәғлүмәттәр “Дәүләт хезмәттәре” порталын ватып керер өсөн етә”, – тип киҫәтә депутат.

Буласаҡ ҡорбаны менән һөйләшкәндә мошенниклар,  тиҙ ҡарар ҡабул итеүгә һылтанып, кешегә баҫым яһай башлайҙар.  

Парламентарий поликлиникалар хеҙмәткәрҙәре бындай тәҡдимдәр менән шылтыратмай һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе биреүҙе һорамай, тип иҫкә төшөрҙө.  Рәсәйҙәр медицина карталарының ике төрөнән файҙалана ала, һәм уларҙың береһен ғәмәлдән сығарыу тураһында һүҙ ҙә булманы, ти Леонов.

Әгәр шундай тәҡдим менән шылтыраттылар икән, Леонов шунда уҡ трубканы ҡуйырға һәм медицина учреждениеһына шылтыратырға кәңәш итә. “Паникаға  бирелмәгеҙ, мошенниктар баҫымына ҡарамаҫтан, ситуацияны айыҡ аҡыл менән баһалағыҙ“, – тип һығымта яһаған ул. 

Сығанаҡ: lenta.ru

Мутлашыуҙың яңы төрө. Абай булығыҙ!
Мутлашыуҙың яңы төрө. Абай булығыҙ!
Автор:
Читайте нас