Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Май 2025, 12:32

Пограничниктар көнө билдәләнде

Бишбүләк ауылының Ватанды һаҡлаусылар паркында сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары йыйылды

Пограничниктар көнө билдәләндеПограничниктар көнө билдәләнде
Пограничниктар көнө билдәләнде

Байрам көнөндә район үҙәгендәге күптән түгел төҙөклөндерелгән Ватанды һаҡлауслылар паркына йәшел беретлылар йыйылды. Пограничниктарҙы Бишбүләк районы хәкимиәте етәксеһе Артур Мөхлис улы Зарипов район хәрби комиссариаты етәксеһе С.М. Абдуллин, район хәкимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса уҫынбаҫары А.А. Данилов, "Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Рәмил Мөхтәсимов һ.б. тәбрикләне.

Сара барышында йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәргә рәхмәт белдерелде. Сик һаҡсылары хөрмәтенә ҡуйылған стелаға сәскәләр һалынды.

Ирмен тигән ир-егет һәр саҡ иленә хеҙмәт итер. Бөгөн дә ил сиктәре имен булһын өсөн яҡташтарыбыҙ яу ҡырында йөрөй. Киләсәктә тыныслыҡ урынлашып, күгебеҙ аяҙ булһын!

Фотолар А.М.Зарипов сәхифәһенән алынды.

Пограничниктар көнө билдәләнде
Пограничниктар көнө билдәләнде
Пограничниктар көнө билдәләнде
Пограничниктар көнө билдәләнде
Пограничниктар көнө билдәләнде
Автор:
Читайте нас