Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Май 2025, 02:23

Мутлашыусы ҡулға алынған

Кешеләрҙе 12 миллионға алдаған ҡатын иркенән мәхрүм ителде.

Мутлашыусы ҡулға алынғанМутлашыусы ҡулға алынған
Мутлашыусы ҡулға алынған

 Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020–2024 йылдарҙа был ҡатын үҙен Өфө полицияһы бүлексәләренең береһендә стажер итеп таныштырып йөрөгән. Ул кешеләргә юридик хеҙмәттәр, хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам, автомобиль һайлау һәм һатып алыуҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙә иткән. Шулай итеп, ул 12 зыян күреүсенән, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән дә, 12 миллион һумдан ашыу аҡса алған һәм уларҙы үҙ ихтыярына тотонған.

Был ҡатын быға тиклем дә ошондай енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән булған. 2023 йылдың май-июнь айҙарында ул яза башҡарыу хеҙмәтенә зыянды ҡаплау өсөн 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән тигән ялған документтар тапшырған.

Судта ул үҙ ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Суд уға дөйөм режимдағы төҙәтеү колонияһында 6 йыл иректән мәхрүм итеү һәм зыянды ҡаплатыу тураһында ҡарар сығарған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Мутлашыусы ҡулға алынған
Мутлашыусы ҡулға алынған
Автор:
Читайте нас