Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
30 Май 2025, 05:08

Иҫән йөрөп имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ!

Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе «Дарик» позывнойлы яугир ҡыҫҡа сроклы ялда булды

Иҫән йөрөп имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ!Иҫән йөрөп имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ!
Иҫән йөрөп имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ!

Махсус хәрби операцияла йөрөүселәрҙең йәмле май айында тыуған яҡҡа ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтыуы бигерәк тә шатлыҡлы. Сит тарафтарҙарҙан,  ҡыйралыш барған ерҙән ҡайтыусыларға әлеге гүзәл тәбиғәт ожмах мөйөшөндәй тойола торғандыр.  Өй мөхитендә яҡындары менән аралашып, күңел йылыһы алған яугирҙәрҙең иптәштәре янына юлланыр ваҡыты  ла етте.

Аҙнай ауылы егете «Дарик» позывнойы алған яугир Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығы менән 2024 йылдың авгусында контракт төҙөй. Хәрби әҙерлек үтә һәм артабан махсус хәрби операция зонаһына юллана. Әле ул Луганск өлкәһендә миномет батареяһында хеҙмәт итә. 

- Аңлауығыҙса, улымдың контракт төҙөп Ватанды һаҡларға китеү ҡарары осраҡлы булманы, - ти яугирҙең әсәһе. Ир-егеттең төп бурысы булараҡ быны аңлап ҡабул итте. Уның эше лә бик яуаплы булды, полицияла хеҙмәт итте.

Ике йылға яҡын хеҙмәт итеү осоронда «Дарик» үҙен хәрби һәм тактик әҙерлек өлкәһендә профессионал, бер ҡасан да хәүеф алдында иптәштәрен ҡалдырмаясаҡ хәрби итеп күрһәтә. Хеҙмәттәштәренә иң ауыр хәлдәрҙә күп тапҡырҙар ярҙам итә, ҡуйылған хәрби бурыстарҙы тулыһынса үтәй.

Яугир ялға ҡайтҡан мәлдә уның менән осрашыу мөмкин булмаһа ла, ауыл ирекмәндәре уға һәм иптәштәренә күстәнәстәр әҙерләп ебәрҙе.

Белеүебеҙсә, ҡатын-ҡыҙҙар йыл ярым инде махсус хәрби операцияла йөрөгәндәргә һәр яҡлап ярҙам итә. Улар етеҙ ҡулдары менән маскировка селтәрҙәре үрә, оҙаҡ яныусы шырпылар яһай, һуңғы осорҙа һалдаттар өсөн тыуған еребеҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙән сәй пакеттары әҙерләйҙәр. Уларҙың береһендә - ҡарағат япраҡтары, икенсеһендә – бөтнөк, өсөнсөһөндә – мәтрүшкә һ.б. ҡатнашмалар менән тултырыла.

- Күптән түгел улыбыҙ сираттағы ялға булды. Ауыл ирекмәндәре улыбыҙ һәм уның хеҙмәттәштәре өсөн күстәнәстәр һәм яҡшы теләктәр менән беҙҙең өйгә килде. Ул хеҙмәт иткән ерҙә күбеһенсә рустар, шуға ла башҡорт балы, шифалы сәйҙәр, бауырһаҡтан улар ҙа ауыҙ итерҙәр. Ауылдаштарыма изгелектәре, ярҙамсыллыҡтары һәм ихласлыҡтары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Изгелегегеҙ ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтһын, - ти Зимфира ханым.

Һәр кемдең күңелендә донъялар тынысланһын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, тигән  теләк йәшәй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Иҫән йөрөп имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ!
Иҫән йөрөп имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас