

Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, шулай уҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ойоштора.
Өс көн дауамында, йәғни 30 майҙан 1 июнгә тиклем, яҙыусылар һәм заманса сәнғәт вәкилдәре менән ижади осрашыуҙар, төрлө дискуссиялар, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, әҙәби уҡыуҙар һәм нәфис фильмдар күрһәтеү ойоштороласаҡ, ә теләгән һәр кем төрлө жанрҙағы китаптар менән таныша һәм һатып ала аласаҡ.
III “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә бай эшлекле программа планлаштырылған. Китап фестивален ойоштороусылар билдәләүенсә, быйыл документаль прозаға, шулай уҡ нон-фикшн жанрына айырым иғтибар биреләсәк. Сараға килеүселәр китап донъяһының һуңғы яңылыҡтары менән дә таныша аласаҡ.
“Китап байрамы”ның һуңғы көнө – 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тура килә. Шуға күрә балаларығыҙ менән сараға килеп, яҡындарығыҙға китап бүләк итә алаһығыҙ. Йәш уҡыусылар өсөн махсус майҙансыҡтар эшләйәсәк, балалар китабын һатыу ойоштороласаҡ.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте заман технологиялары менән бергә атлай – бишенсе йыл рәттән кескәйҙәр өсөн мультимедиалы ҡушымтаһы булған ҡатырға китаптар нәшер ителә. Иң ҡыҙығы – был мультимедиалы китапта бирелгән куаркодты телефондан сканлап инеп, әкиәтте ҡарарға, уйын уйнарға, төрлө һөнәр эйәләре тураһында ҡыҫҡа ғына видеороликтар ҡарарға була.
Нәшриәттә башҡорт, рус, татар, инглиз, ҡытай һәм башҡа телдәрҙә төрлө жанрҙағы баҫмалар төрлө йәштәге китап уҡыусылар өсөн нәшер ителә. Балалар бүлегендә иһә йыл һайын 20 - 25 китап сығарыла.
Онотмайыҡ: китап – белем шишмәһе, ул бала күңелендә илһөйәрлек, изгелек, кешелеклелек кеүек сифаттар тәрбиәләй.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
здательств Белоруссии и Кыргызстана. В этом году в ярмарке впервые принимает участие издательство из Ирана.
Башинформ.