+28 °С
Болотло


Милли халыҡ байрамы матур итеп уҙғарылған. Тәрбиәселәр иң тәүҙә кескәйҙәрҙе һабантуйҙың тарихы, халҡыбыҙҙың милли уйындары менән таныштырған. Һәм әлбиттә балалар өсөн уйындар ойошторолған. Улар кемуҙарҙан тоҡ кейеп йүгергән, күҙҙәре бәйле килеш сүлмәк ватҡан, берҙәмлектә көс икәнен аңлау өсөн арҡан тартып ҡараған һәм ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та йүгергәндәр.
Һабантуй балаларға бик оҡшаған, һәр кем уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашҡан. Байрам һуңында ағастар күләгәһендә барыһы бергә өйҙән алып килгән тәм-томдар менән сәй эскәндәр.
https://vk.com/club198377257