

- Был айҙағы ямғырҙар алтын тауға тиң
- Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
- Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
- Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
- Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
- Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән – ямғырға.
- Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
- Июндә төндәр йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
- Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
- Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.
Йәй тураһында мәҡәлдәр:
- Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың.
- Йәйге көн бер йылды туйҙыра.
- Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.
- Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.
- Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.