

«Мисс Өфө-2025» исемен Өфөнән Ангелина Риферт алды. Уға 18 йәш, ул төҙөлөш колледжында уҡып йөрөй. 1-се вице-мисс – Әбйәлил районынан 18 йәшлек Розалиә Низамова, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. 2-се вице-мисс – Әбйәлил районынан 21 йәшлек Әлиә Йәнбирҙина, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты.
«Башинформ»ға ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, финалға 10 ҡыҙ үткән. Улар фотоға һәм видеоға төштө, мәҙәни программала, кулинария, сигеү, дефиле, позаға баҫыу, стиль буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Финал шоуында ҡыҙҙар өсөн визитка, бейеү, «Ағиҙел» башҡорт художество предприятиеһында тегелгән милли кейемдәрҙе күрһәтеү, «Башҡортостан» темаһына интеллектуаль тур һәм киске күлдәктәрҙә дефиле кеүек этаптар ойошторолған.
Ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнгән. Конкурсты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында LUNA моделдәр агентлығы үткәрә.