Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
3 Июнь 2025, 10:40

Торатауға сәйәхәт

Бишбүләк районы туристары  өсөн «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге.Туризм» программаһы эшләй

Торатауға сәйәхәтТоратауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт

Бишбүләк районынан бер төркөм туристар өсөн «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге.Туризм» программаһы бай булды. Иртә менән хакимиәт бинаһы янында төркөм йыйылды, унда район башлығы Артур Зарипов туристарға яҡшы юл һәм ҡыҙыҡлы сәйәхәт теләне. Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үткәндән һуң Стәрлетамаҡ тарафтарына сәйәхәт башланды.

Беренсе туҡталыш картиналар галереяһы булды,унда билдәле рәссам Камил Ғөбәйҙуллиндың эштәре ҡуйылғайны. Глобаль экологик проблемалар, шул иҫәптән Арал диңгеҙенең юғалыуы тураһында картиналар коллекцияһы бишбүләк халҡын битараф ҡалдырманы. Шулай уҡ галереяла оҫталыҡ дәресе үткәрелде, унда ҡатнашыусылар тулыһынса ижадҡа сумды һәм ошо матур көн иҫтәлегенә үҙҙәренең уникаль открыткаһын эшләне.

Икенсе туҡталыш - Жуков паркы. Бында Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡ халҡының батырлыҡтары тураһында белдек, һауа-десант ғәскәрҙәре һәм сик һаҡсылары стелаһы янында иҫтәлеккә фотоға төштөк. Артабан юлға сыҡҡанда гид беҙҙе ҡала тарихы менән таныштырыуҙы дауам итте. Билдәле "Сауҙагәр" фестивале үткән майҙанға барыуҙан һәр кем ҡәнәғәтлек тойғоһо алды.  

Төшкө аштан һуң төркөм «Торатау» геопаркына юлланды, унда визит-үҙәктә интерактив программа тәҡдим ителде. Бында туристарҙың икенсе һулышы асылды һәм күптәр легендар шихандың башына ашыҡты. Һәр кем тау итәгендә иҫтәлеккә фотоға төштө һәм байбаҡтар һәм шишмәләргә бай  тыуған яғына юлланды.

Альбина ВАСИЛЬЕВА. 

 

Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт
Автор:
Читайте нас