

Баш ҡалала буйлап йөрөү иң тәүҙә "Китап-байрам"дан башланды. 5,6,7,8 класс уҡыусылары М.Шайморатов һәйкәле янында булып, китап күргәҙмәләрен ҡараны, иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алды. Артабан улар Башҡортостандың Милли музейындағы "Башҡортостан ландшафты", "Башҡортостан мәмерйәләре", "Палентология һәм файҙалы ҡаҙылмалар", "Башҡортостан халыҡтары этнографияһы", "Октябрь революцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһына граждандар һуғышы" кеүек залдарҙы ҡараны. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Өфөнөң Иван Яҡутов исемендәге паркы балаларҙың яратҡан урыны. Бында улар аттракциондарҙа күңел асыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Баш ҡалаға килеүселәрҙе лимонарий ҙа булыу ҙа тәьҫирләндерә. Бында тропик үҫемлектәр, мирт, банан, агава, гранат һәм бик күп сортлы лимондар үҫә. Төрлө ят үҫемлектәр менән танышҡандан һуң, бөтәһе бергә махсус биҙәлгән фотозоналарҙа фотоға төштө. Ҡыҫҡаһы, каникулдар бик матур башланды!
https://vk.com/public201675390