

Уҫаҡ-Кисеү ауылының ябай ауыл ҡатыны, дүрт бала әсәһе Гөлнара ханым Шәйгәрҙанова төп эшенән тыш, ижад итеү өсөн дә ваҡыт таба. Күптән түгел Бөйөк Еңеүгә-80 йыл тулыу уңайынан Өфөлә сыҡҡан ителгән китапта уның алты шиғыры баҫылған.
- Мин мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар яҙыу менән мауыға башланым. Уҡытыусым, татар теле һәм әҙәбиәтен алып барыусы Миңнур Рәхмәтулла ҡыҙы Ханнанова матур әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләне. 5-се класта уҡығанда, тәүге яҙған ижад емешем патриот-шағир Муса Йәлилгә бағышлағаны. Артабан да шиғырҙар яҙыуымды ташламаным, әммә уларҙы бер ҡайҙа ла баҫтырманым, үҙем өсөн генә яҙҙым, - тип йылмая Гөлнара ханым.
Гөлнара Раян ҡыҙы үҫмер саҡтан әҙәбиәт менән йәнәшә атлай – туған телендә әҙәби әҙәрҙәр уҡырға ярата, шиғырҙар ижад итә, мәктәптәге сараларҙа сығыш яһай. Әле лә ул матур әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ваҡыт таба, айырыуса Әнғәм Атнабаев. Роберт Миннулин, Фәнис Яруллин шиғырҙары күңеленә ята, проза өлкәһенән Зифа Ҡадированың әҫәрҙәрен үҙ итә.
- Беҙ ҡатнашҡан «ВКонтакте» социаль селтәрендәге төбәк-ара “Илһам” төркөмөн Туймазыла йәшәүсе Нурия Закир ҡыҙы Вәлиәхмәтова һәм “Әҙәби марафон”ды Раил Ғатауллин (Татарстан) ойошторған. Был марафонда Башҡортостандан, Татарстандан, Мари Эл, Удмуртия һәм башка өлкәләрҙән, сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар бар. Бында яҙыусы-шағирҙәр, уҡытыусылар, китапханасылар һәм башка һөнәр эйәләре, ҡыҫҡаһы, ижад кешеләре, китап уҡырға, яҙырға яратыусылар тупланған. Мин үҙем 2024 йылдың 18 августында ошо марафонға ҡушылдым. «ВКонтакте»ла, ватсапта үҙ төркөмөбөҙ бар: сираттағы бәйге башланасағы тураһында беҙгә ун көн алдан хәбәр итәләр.
Әңгәмәләшем әйтеүенсә, әҙәби марафондың ҡағиҙәләре бик ябай: көн һайын социаль селтәрҙә үҙең уҡыған ниндәй ҙә булһа әҫәрҙән өҙөк ҡуйып барырға кәрәк. Оҙонмы ул өҙөк, ҡыҫҡамы, әллә бер нисә юллыҡ шиғырмы, уныһын үҙең хәл итәһең. Иң мөһиме, ул башҡаларҙы ла ҡыҙыҡтырырлыҡ булырға тейеш. Тексты фотолар менән дә тулыландырырға мөмкин. Әгәр һин ҡуйған шиғырҙы кемдер уҡый йәки уға көй яҙылып, йырлайҙар икән, былар менән дә тексты байытырға була.
- “Әҙәби марафон”да ҡатнашыусылар һаны конкурс һайын ике-өс тапҡырға арта бара. Беҙҙең сираттағы XXXI әҙәби марафон апрель айындә татар әҙәбиәтен уҡыусылар араһында ойошторолдо. Унда 1879 кеше ҡатнашырға теләк белдергәйне, шуларҙан 246 кеше беҙҙең 27-cе команданан булды. Проектта ҡатнашыусылар 21 көн дауамында социаль селтәрҙә үҙҙәре уҡыған әҫәрҙәрҙән #Әдәби марафон хештегы менән 35 меңдән артыҡ өҙөк урынлаштырһа, безнең командаға 5 мең пост тура килә. (Был проектта Башкортостандан – 141, Татарстандан 90 һәм башка төбәктәрҙән ун бишләп кеше ҡатнашты). Шуныһы һөйөнөслө: финишка килеп еткән 1680 ҡәләм тибрәтеүсенең 236 кеше беҙҙең 27-cе команданан ине. Марафон тамамланғас, һәр кем үҙ фекерен белдерә.
Быйыл апрель айында Гөлнара Шәйгәрҙәнова марафонда ҡатнашып, еңеүгә ирешкән 40-лаған кеше менән бергә Туймазы ҡалаһында бүләкләү тантанаһында ҡатнаша. Ул үҙе менән күргәҙмәгә ҡуйыу өсөн музейҙан эскпонаттар ҙа алып бара.
- Былтыр август айында Башҡортостандың 450-йыллығы уңайынан марафонсылар ижады буйынса китап сығарылды, унда минең 9 шиғырым инде, улар тыуған ер, ауыл, әсәйҙәр тураһында. Ә әлеге проект сиктәрендә, йәғни Бөйөк Ееүҙең 80-йыллығына бағышланған “Илһамлы Еңеү” тигән китап донъя күрҙе, унда төрлө йәштәге 36 кешенең әҫәрләре баҫылды, шул иҫәптән минең алты шиғырым бында керҙе. Бында “Зинһар туктат, Раббым, һуғыштарҙы”, “Рәхмәтлемен”, “Иҫән ҡайтһындар улдар”, “Рәхмәт һеҙгә”, “Алла яҙған дәфтәрҙәрҙә”, “Мөжәһит” кеүек шиғырҙарым урын алды, - тип тыйнаҡ ҡына йылмая шиғри күңелле Гөлнара.
Әҙәби марафонда ҡатнашыусы, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы командаға туплаған һәм уларға ярҙам итеүсе, хаталарын төҙәтеүсе әҙәби әйҙамандар ҙа була. Әҙәби лидерҙарға кәм тигәндә 10 кешенән торған команда тупларға кәрәк. Артабан уларға билдәле бер дәрәжә бирелә: башлаусы, тәжрибәле, оҫта, көмөш, алтын һәм платина дәрәжәләрендәге әйҙәмандар бар икән. Әле лә Гөлнара Раян ҡыҙы марафонсыларҙы бер чатка туплап, шунда аралашып, марафонда ҡатнашырға саҡыра.
- Уҙған йылдың ноябрендә татар әҙәбиәтен һөйөүселәр менән бер рәттән Ҡазанда бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу бәхетенә ирештем, унда беҙҙең команда “платина” кубогына лайыҡ булды. Миңә лә финалист дипломы тапшырҙылар. Ни тиһәң дә, әҙәби марафон китап уҙыуҙы ғәҙәткә керетергә ярҙам итә. Үҙеңә ижад рухы, илһам алаһың, - тип уй-кисерештәре менән уртаҡлаша ижади ҡарашлы Гөлнара ханым. - “Ауылым”, “Әсәйем – ер еләгем” исемле шиғырҙарыма яҡташым, ижадташ дуҫым Сәриә апа Исламгалиеваның көй яҙыуы айырыуса һөйөнөслө хәл булды.
Ижад итеүсе өсөн белем дә, һайлаған һөнәр ҙә, тирә-яҡ мөхит тә кәртә була алмай. Шиғри күңелле, ижад һөйөүсе ханымның биографияһфна күҙ һалайыҡ, Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында донъяға ауаз һалған Гөлнара Раян ҡыҙы төпләнгән ере Уҫаҡ Кисеү ауылына ла бағышлап шиғырҙар ижад иткән. Уның рухлы шиғырҙары- бөгөнгө йәшәйешебеҙ, донъя хәл-әүәлдәре тураһнда. Илһам килгәндә, күңел кисерештәрен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә бара ул. Үҙе әйтмешләй, ҡул аҫтында ҡағыҙ булмаһа, телефон “ҡотҡара”.
Ауыл мәктәбенән һуң Туймазыла CПТУ- 34-тә уҡып, ҡаланың фарфор заводында ике йыл эшләнем, артабан бухгалтер-экономист һөнәре алдым. Һәм бына егерме ете йыл сауҙа өлкәһендә эшләйем, "Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәт өсөн» значогы менән бүләкләндем. Әсәйем Минегөл дә ғүмере буйы һатыусы булып эшләне, атайым ғына иртә вафат булды. Яҙмыш беҙҙе Уҫаҡ Кисеүгә алып килде һәм бына ун биш йәшемдән бирле ошо гүзәл тәбиғәтле ауылда йәшәйем, - тип ул хеҙмәт юлдары менән таныштыра.
Миҙгелдәрҙе миҙгел алыштырып, тормош дәуам итә. Гөлнара тормош иптәше Фәнүр менән матур тормош ҡороп, Зөлфәт, Флүр, Фәүзил һәм Фәүзәт исемле дүрт егеткә ғүмер бүләк иткәндәр, хәҙер инде уларҙы һөйөндөрөп ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә.
Гөлнара Раян ҡыҙына артабан да ҡәләм үткерлеген юғалтмай ижад ергә яҙһын!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА.
Шәхси архивтан алган фото.