Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Июнь 2025, 07:33

Махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр

"Мораҙым шишмәләре" ирекмәндәр штабы әүҙем эш алып бара

Махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләрМахсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр
Махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр

Мораҙым ауылының ауыл клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыу үтте. "Турғай" ҡушаматлы яугир хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан. Ауылы ирекмәндәре менән уҙған йәнле әңгәмә барышында, ҡатын-ҡыҙҙар бик күп һорауҙар биргән: махсус операция шарттарында һалдаттарҙың көнкүрешенән алып һауа шарттарына тиклем.

Ябай ауыл егете Ринат ирекмәндәрҙең йылы ҡабул итеүенән һәм бындай иғтибарҙан бер аҙ баҙап ҡала, шулай ҙа бирелгән бөтә һорауҙарға тулы итеп яуап бирә. Изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттың имен хеҙмәт итеп, тиҙ арала өйөнә әйләнеп ҡайтыуын теләп, күстәнәскә шифалы үләндәрҙән әҙерләнгән сәй пакеттары тапшырған. 

Йәйгеһен һәр кемдең эше күп булыуға ҡарамаҫтан, "Мораҙым шишмәләре" ирекмәндәр штабы ағзалары мәҙәниәт йортона йыйыла. Улар оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, яугирҙәр өсөн махсус костюмдар тегергә керешкән. Был эш бик мәшәҡәтле, иң мөһиме, ул беҙҙең һалдаттар өсөн бик кәрәкле. "Кикимора" костюмдарын фронтта көтәләр.

https://vk.com/muradymovskiyck

Махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр
Махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр
Махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр
Махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр
Автор:
Читайте нас