+28 °С
Болотло


Бишбүләк тарихи-этнография музейына мәктәп уҡыусылары экскурсияла була, шулай уҡ йәйге осорҙа ситтән ҡайтыусылар ҙа килә.
"Беҙҙең музейға офицер, отставкалағы полковник Юлий Филимонович Леонтьев үҙенең туғандары менән килде. Былтыр ул музей өсөн хәрби кейем һәм башҡа материалдар тапшырырға вәғәҙә иткәйне. Хөрмәтле яҡташыбыҙ һүҙендә торҙо һәм вәғәҙә ителгән бөтә нәмәне алып ҡайтты, беҙ уға бик рәхмәтлебеҙ һәм музейҙа яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ, - тип яҙа музей хеҙмәткәрҙәре.