Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
10 Июнь 2025, 12:08

Рәсәйҙең иң шәп почтальоны Башҡортостанда йәшәй!

Ул «Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны – 2025» исемен Һәм 250 000 һум күләмендә аҡсалата призға лайыҡ булды.

Рәсәйҙең иң шәп почтальоны Башҡортостанда йәшәй!Рәсәйҙең иң шәп почтальоны Башҡортостанда йәшәй!
Рәсәйҙең иң шәп почтальоны Башҡортостанда йәшәй!

Сара илдең төрлө мөйөштәренән: Калининград өлкәһенән алып Приморье крайына тиклем 70-тән ашыу почта һөнәре вәкилдәрен берләштерҙе. Һайлап алыу этабын үткән ҡатнашыусылар финалда үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын һәм эшкә ижади ҡарашын күрһәтте. Конкурста 50 000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙан почтальондар ҡатнашты. Конкурсҡа бөтәһе өс меңдән ашыу ғариза килгән, был ауыл ерендә почтальондың һөнәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм роленең әһәмиәте хаҡында һөйләй, тип хәбәр итте «Рәсәй Почтаһы»ның матбуғат хеҙмәте.

«Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны – 2025» исемен Һәм 250 000 һум күләмендә аҡсалата призды Башҡортостан Республикаһынан Зилә Романова яуланы. Бына инде ун йыл Ул Ғафури районының Родина ауылында почтальон булып эшләй. Зилә эшендә иң мөһиме ауылдаштары менән аралашыу, ярҙам итеү һәм ихлас хәстәрлек күреү.

Башинформ. 

Рәсәйҙең иң шәп почтальоны Башҡортостанда йәшәй!
Рәсәйҙең иң шәп почтальоны Башҡортостанда йәшәй!
Автор:
Читайте нас