

Ғәҙәттән тыш хәл 4 июндә була. 35 йәшлек ҡатынға мессенджерҙа шылтыратып, сәскәләр ташыу хеҙмәте икәндәрен тип хәбәр итәләр. Һәм уға зиннәтле букет вәғәҙә итәләр. Әммә бүләк алыу өсөн ул үҙенә ебәрелгән СМС-хәбәрҙән кодты хәбәр итергә тейеш. Һаҡлыҡ тураһында онотоп, ҡатын кодты әйтә һәм шулай итеп мутлашыусыларға Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеү мөмкинлеген аса. Бынан һуң ҡатын телефон аша шылтыратыу кәрәклеге тураһында белдереү ала. Ҡатын күрһәтелгән номер буйынса шылтырата, абонент үҙен ФСБ хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул уның исеменән Украина халҡына сит илгә аҡса күсереү өсөн ышаныс ҡағыҙы төҙөлгәнен һөйләй. Аҡсаның күсереү маҡсаты – ВСУ-ны финанслау. Мутлашыусы был финанс енәйәте ынтылышы тип раҫлай, һәм аҡсаны юғалтмаҫ өсөн уларҙы «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәк ти. Өгөтләүҙәргә ышанып, ҡатын банкоматтар аша үҙенең бөтә аҡсаһын — 569 мең һумды мутлашыусылар реквизитына күсерә. Һуңыраҡ ҡына ул мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Ҡатын әйтеүенсә, ул бындай мутлашыу осраҡтары тураһында ишеткән була, әммә ул ваҡытта улар тураһында бөтөнләй онотҡан.
- Үҙегеҙҙең аҡсалар тураһында билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшмәүҙе һорайбыҙ. ФСБ һәм Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре аҡсаны иҫәптән иҫәпкә күсереү тураһында күрһәтмәләр менән шылтыратмай. Улар - аферисттар, - тип иҫкә төшөрҙө Рәсәй эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса өлкән тәфтишсеһе Наталья Кудрявцева.