Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Июнь 2025, 05:16

Запорожьены милләтселәрҙән азат итә

Мотоуҡсылар отделениеһы командиры, Ҡаныҡай ауылы яугире еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тип ышана

Запорожьены милләтселәрҙән азат итәЗапорожьены милләтселәрҙән азат итә
Запорожьены милләтселәрҙән азат итә

Оҙайлы эштән һуң һәр кемгә, hис шикһеҙ, оҙаҡ көтөлгән ялға ҡайтып, ял итеүе күңелле. Өҫтәүенә, тыуған ерҙә туғғандарың һәм яҡынарың, шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһынан дуҫтарың янына ҡайтып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булыуы тағы ла яҡшыраҡ.
— Ҡәҙерле әсәйем Альбина Ҡасим ҡыҙы янына дүртенсе тапҡыр отпускка ҡайттым, — ти оҙон буйлы, хәрбиҙәрсә төҙ кәүҙәле утыҙ ете йәшлек һалдат ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып. — Мин хәрби хәрәкәттәр зонаһында 2022 йылдың 22 сентябренән бирле, сөнки мобилизацияның беренсе тулҡынына эләктем. Ул саҡта Бишбүләк хәрби комиссариатынан Ҡаныҡай ауылынан беҙ өсәү махсус хәрби операцияға киттек. Барыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ. Беҙ бергә һуғышабыҙ.
Яҡташыбыҙ урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бәләбәй педагогика колледжына уҡырға инә. Артабан 2007- 2008 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Хәрби бурысын Елань ҡалаһындағы мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә үтәй. Армиянан ул сержант званиеһында ҡайта.
— Тыуған ауылымдағы мәктәптә педагог булараҡ эш юҡ ине. Шул ваҡытта дуҫтарым Төньяҡҡа эшкә саҡырҙы, ләкин башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломы менән унда бер нимә лә эшләп булмай ине. Шуға күрә яңы hөнәр алырға булдым hәм Дәүләкән ҡалаһына иретеп-йәбештереүсегә уҡыным, — тип әңгәмәне дауам итә отпускыға ҡайтҡан отделение командиры. — Төньяҡ киңлектәрендәге төҙөлөштәрҙә ун йыл ваҡыт һиҙелмәйсә үтте. Артабан өс йыл «Роснефть»тә эшләнем. Махсус хәрби операция башланғас, үҙ яҙмышымды hәм армиялағы үҙемдең һөнәри яраҡлығымды һынап ҡарау теләге барлыҡҡа килде. Армия минең өсөн батырлыҡ, ныҡлыҡ hәм антҡа тоғролоҡ мәктәбе ине инде. Шулай итеп беҙ иптәштәрем менән тәүҙә Һарытауға (Саратов) барып, яңынан әҙерлек курстарын үттек. Артабан беҙҙе Запорожье өлкәһен Украина милләтселәренән азат итeргә ебәрҙеләр. Мине мотострелковый отделение командиры итеп ҡуйҙылар, сөнки армияла, ә шунан инде «гражданка»ла мин сержант званиеһында инем, хатта запаста булһам да. Мин хеҙмәт иткән пехота — “царица полей”.
Беҙҙең подразделениелар дошманды еңгәнсе һәм тораҡ пунктты яулап алғансы, хәрби операцияның уңыштары тураһында һөйләргә иртәрәк. Беҙ әкрен генә, ләкин ышаныслы рәүештә метр артынан метр яулап, алға барабыҙ. Һәм ышанабыҙ, еңеү, hис шикһеҙ беҙҙең яҡта буласаҡ. Барлыҡ һуғышсыларҙы тылдың ныҡлы ярҙамы һөйөндөрә. Быны беҙ гуманитар ярҙам, адреслы посылкалар, хаттар hәм мобиль элемтә менән шылтыратыуҙар аша hәр ваҡыт тоябыҙ.
Махсус хәрби операция тамамланғандан һуң, яугирҙе тыуған яғында әсәһенән тыш, туғаны Рәфис ғаиләһе менән көтә. Хәрби хәрәкәттәр ветеранының командованиенан бер нисә Рәхмәт хаты бар, ә күкрәгендә «За боевое отличие» hәм «Участник СВО» миҙалдары балҡый.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.

Запорожьены милләтселәрҙән азат итә
Запорожьены милләтселәрҙән азат итә
Автор:
Читайте нас