+5 °С
Облачно


Ағиҙел ҡалаһында «2025 йыл миҙгелен асыу» һыу аҫты һунарсылығы фестивале үтте. Спортсыларҙың тотолған балыҡтары иҫәбендә: йәйен (50 килограмдан ашыу), һаҙан (12,7 килограмм), суртан (4,4 килограмм), ҡарағанат (1,9 килограмм), карась (1,5 килограмм) һәм линь (1,7 килограмм). Ярыш йомғаҡтары буйынса 1-се урынды күрше Татарстандан «Ҡазан сити» командаһы яулаған. Ҡазандан Артур Ғарипов 50 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы йәйенде тотоп командаға еңеү килтергән!
Өс көн дауамында барған балыҡсылар фестивалендә 105 кеше ҡатнашҡан.
Башинформ.