Дим буйҙары
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
16 Июня 2025, 03:45

Алдағы көндәргә һауа торошо

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, яңы эш аҙнаһы башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана: төбәктә йәшен, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар үтәсәк.

Алдағы көндәргә һауа торошоАлдағы көндәргә һауа торошо
Алдағы көндәргә һауа торошо

Дүшәмбе, 16 июндә, синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы яуым - төшөм һәм йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ фаразлай. Һауа температураһы төндә +13 °,+18 °C, көндөҙ +22°, +27 ° градус тәшкил итәсәк, ә республиканың көньяҡ - көнсығышында термометр бағанаһы +32 °  тиклем күтәреләсәк.

Шишәмбе, 17 июндә, һауа торошо һаҡланасаҡ: йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм йәшен көтөлә, ҡойма ямғырҙар һәм боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел талғын һәм үҙгәреүсән булып ҡала, әммә көндөҙ көслө ел булыуы бар. Төнгө температура +13 °,+18 °C, көндөҙгө температура +22 °, +27 ° ҡала.

Белгестәр әйтеүенсә, йәшен ваҡытында асыҡ урындарҙан ҡасырға, яңғыҙ ағастар аҫтында йәшеренмәҫкә һәм урамда металл әйберҙәр ҡулланмаҫҡа кәрәк. Водителдәргә тиҙлек режимын һаҡларға һәм ямғыр ваҡытында күреү мөмкинлегенең насарайыуын иҫәпкә алырға кәңәш ителә. 

Авторҙың фотоһы.

Алдағы көндәргә һауа торошо
Алдағы көндәргә һауа торошо
Автор:
Читайте нас