Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
18 Июнь 2025, 12:48

Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирер

А.Т.Миңлеәхмәтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығында мал аҙығы әҙерләү бара 

Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирерТырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирер
Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирер

Беҙҙең сәфәргә урындағы хеҙмәтсәндәр менән алдан планлаштырылған осрашыу сәбәпсе булды. А.Т.Минәхмәтов исемендәге крәҫтиән (фермер) хужалығында сәсеү кампанияһының төп этабы артта ҡалды. 1300 гектар майҙанда һоло, бойҙай, арпа һәм 600 гектар көнбағыш сәселгән. Хужалыҡта эшләүсе механизаторҙар ярҙамында күләмле эштәр башҡарылған. Уларҙың тырыш хеҙмәте Ауыл хужалығы идаралығы тарафынан билдәләнгән. Район һабантуйында тәжрибәле механизаторҙар Бәҙретдинов Илфак, Сатыев Илдар һәм Ғабдрахманов Әнүәр Рәхмәт хатына лайыҡ булған.

- Бөгөн беҙҙең фермер хужалығында ун-ун биш механизатор эшләй. Улар Аҙнай, Дим, Тулбай ауылдары һәм Миәкә районының Туҡһанбай, Ҡолтай ауылы кешеләре. Эшселәр яҙғы сәсеүҙән алып урып-йыйыу тиклеға тиклем баҫыу эштәре менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, тәжрибәле механизатор Рәмил Ғабдуллин бында алты йыл эшләй. Ул яҙғы сәсеү осоронда 700 гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртте, ә Илдар Бәҙретдинов беҙҙең кооперативта өс йылдан ашыу эшләй. Машина-трактор паркында бөтә техника яңы тиерлек, һәм был механизаторҙарҙың эшен еңеләйтә.

Йәй - баҫыу эшсәндәре өсөн иң яуаплы осор, Иген культуралары көндəн-көн үҫеү менəн бер рəттəн, ҡый үлəндəре лə уларҙан ҡалышмай. Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, тигәндәй, һәйбәт уңыш алыу хужалыҡта сәсеүлектәрҙе нисек тәрбиәләүгә лә бәйле шул. 

- Химик эшкәртеүһеҙ яҡшы уңыш алыу мөмкин түгел. Иртәнге сәғәт биштә, ел булмағанда, 20 гектар ерҙе, кискеһен 80 гектар ерҙе һиптерәбеҙ. Әлеге ваҡытта Бәҙретдинов Илдар Һәм Сатыев Илдар "МТЗ-82" тракторында яҙғы культураларға һәм көнбағышҡа химик утау үткәрә, - тип баҫыу эштәренең барышы менән таныштыра хужалыҡ етәксеһе Азат Таһир улы.

Крәҫтиән хеҙмәте эшмәкәрлек төрө генә түгел, ул тулы фиҙакәрлек талап иткән йәшәү рәүеше, ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ хеҙмәт итеү. Минәхмәтовтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторолоуға быйыл ун йыл тула. Улар үҫемлекселек менән генә түгел, малсылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнә. Йылдан-йыл фермер хужалығы тотороҡло үҫешә.

- Беҙҙең хужалыҡта 500 баш мал, эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән аттар һәм һарыҡтар аҫрала. Һәр эште үҙ мәлендә башҡарыу мөһим, әлеге ваҡытта кооперативта бесән әҙерләү башланды. Механизатор Сатыев Илдар "ЖВЗ-6" сапҡысында үлән саба.  Быйыл бесән бик яҡшы, был беҙгә ҡышҡылыҡҡа етерлек запас тупларға мөмкинлек бирәсәк, - ти йәш фермер.

Ғаилә башлығы Таһир Мөхөтдин улы хаҡлы ялда булһа ла, хужалыҡ мәшәҡәттәренән ситтә ҡалмай, ул ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау, шулай уҡ иген культураларын үҫтереү буйынса кәңәштәр менән ярҙам итә. Ҡатыны Фәүзиә Мөҙәрис ҡыҙы хужалыҡтағы эшселәргә ашарға әҙерләй, бындай алым ҡиммәтле ваҡытты әрәм итмәй, кискә тиклем эшләргә мөмкинлек бирә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирер
Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәһен бирер
Автор:
Читайте нас