

2023 йылдың декабрендә 328-се полк десантсылары Херсон йүнәлешендә Крынки ауылынан дошманды ҡыуып сығара. Ул ваҡытта "Супер" полк подразделениеларының береһенә командалыҡ итә.
Һуғыш барышында яугир ҡаты яралана. Уны алырға килгән эвакуация яугирҙәре үҙҙәре лә утҡа эләгә һәм яралана. Шул саҡта рация аша башҡа бер кемде лә ебәрмәүҙәрен һорай. Үҙаллы хәрәкәт итергә ҡарар итә.
"Унда әле тулыһынса яндырылмаған урман ине. ВСУ кассеталар, поляк минометтары менән эшләй, дрондар осоп йөрөй. Мин шыуышып, ботаҡтар аҫтында йәшеренеп йөрөнөм. Алда шартламаған боеприпастар осрағына ботаҡтар менән ышыҡландым. Был бер нисә тапҡыр ҡотҡарҙы: ботаҡ арҡаһында кассета бомбаларының шартламаған өлөштәре шартланы. Ваҡыт-ваҡыт аңын юғалттым. Һуңынан мине дрон күреп ҡалды. Ике тапҡыр ырғытты. Бәхеткә күрә, береһе шартламаны. Икенсеһенең ярсыҡтары умыртҡа һөйәгенә һәм билгә эләкте, — тип хәтерләй командир.
Яугир әйтеүенсә, шыуышҡан ваҡытта дымлы салфеткаларҙы сәйнәгән, шоколад, таныш үлән һәм тамырҙар менән туҡланған. Үҙебеҙҙең позицияларға тиклемге ара ни бары 700 метр тәшкил итә, әммә ул уларҙы дүрт көн үтә.
"Хәҙер һәр төн төшөмдә тирә-яғым тулы һыулы күрәм. Мин уға барып етергә тырышам, әммә уңышһыҙ. Әммә хәҙер һыу бар, һәм күңелем дә тыныс, — ти яугир. Хәҙер ул дауаланыу курсы үтә, шунан ҡабат фронтҡа китергә теләй. Әгәр ҡабул итмәһәләр, инструктор булырға әҙермен, тип белдерә «Супер». Бынан алда Асҡын районы егете аяғы ауыр яраланғандан һуң биш операция кисергән булған.
Башинформ.