Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Июнь 2025, 07:47

Барыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр

Иҫәкәй ауылында йәшәүселәрҙең биш йөҙгә яҡын фотоһы төшөрөлгән матур мәрмәр обелиск һуғыш hәм хеҙмәт ветерандарының тарихи hәм героик мираҫын берләштерҙе

Барыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләрБарыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр
Барыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр

Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға hәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында май байрамдарынан һуң Ыҡ йылғаһының матур һул яҡ ярында урынлашҡан Сухоречка ауыл Советына ҡараҡан Иҫәкәй ауылына барырға тура килде. Һуғыш hәм хеҙмәт геройҙарына бағышланған обелисктағы төрлө йылдарҙа йәшәүселәрҙең фотоһүрәттәре ҡуйылған стенд heм баннерҙарҙан әлеге ауылдың тарихы менән танышҡас, ҙур эш башҡарылыуына, ысынлап та, һоҡланырлыҡ ине. Иҫәкәйҙәр ауылдаштарының хәтерен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк  Ватан һуғышында hәләк булғандарға hәйкәл итеп ҡуйылған был обелиск мәңге йәшел шыршылар кyләгәһендә асыҡ һауала үҙенә күрә уникаль портреттар hәм мәрмәр плиталар музейына әүерелгән.

Бишбүләк тарихи-этнография музейының архив материалдары буйынса, Иҫәкәй ауылына Бөгөлмә өйәҙе Ҡыр-Йылан волосының беренсе күсеп килгән вотчиннигы Иҫәкәй Иҫәндыҡов 1756 йылда нигеҙ һала. Бынан Ырымбур өлкәһендәге Абдуллин ҡалаһына яҡын — ун ике саҡырым ғына. 1795 йылда бында 17 башҡорт йәшәгән өс йорт ҡына булған, 1816 йылда — 47 кеше, 1834 йылда — 96 кеше (шуларҙың 53-е — вотчинник, 43-е — припущенник). Припущенник хоҡуғында Яҡшы ауылынан башҡорттар була, унан һуң улар Биктәш (Мостафа) ауылына күсә. 1870 йылда 40 йортта 107 ир-ат, 112 ҡатын-ҡыҙ башҡорт йәшәгән. Ауылда ике һыу тирмәне булған.

Иҫәкәй ауылының тарихына күҙ һалһаҡ, 1912-1913 йылдарҙағы халыҡ һанын алыу буйынса бында 76 йортта  476 кеше йәшәгән. Уларҙың 1951 дисeтинә ере, 278 аты, 152 һыйыры, 805 һарығы, 152 кәзәһе, ике йортта аттар булған, етеһендә һыйыр малы  булмаған. 1917 йылда был күрһәткестәр былай булған: 78 йортта 496 башҡорт, бер йортта алты рус кешеһе йәшәгән. Иҫәкәй халҡының 756 дисәтинә сәсеүлек ере, 230 баш аты булған. Шулай ук Иҫәкәй аша граждандар һуғышы үткән, генерал Каппель hәм адмирал Колчактың армия подразделениеларының ете йөҙгә яҡын «ак»ты әсирлеккә алып, Василий Иванович Чапаев ҡыҙылармеецтары менән бер-бер артлы Бәләбәйҙе һәм Өфөнө азат иткән. 

1919 йылда Иҫәкәй ауыл Советы ойошторола. Уның ағзалары  А. Мырҙаханов, Н.Әмиров, С.Хажиморатов, М.Хажиморатов була. Ауыл Советы 1930 йылға ҡәҙәр Яңы Шах волосына, ә 1930 йылда район төҙөлгәндән һуң инде ул Бишбүләк районы составына кергән. Артабан Иҫәкәй ауылы Яңы Биктәш ауыл Советына ҡарай. 1930 йылда уҡ ауылда 40 йорттан торған «Иҫәкәй» колхозы ойошторола, 1951 йылда ул «Правда» колхозы менән ҡушыла. 1961 йылда 79 йортта 342 кеше йәшәгәне мәғлүм. Шул ук йылда ауыл Ҡушйылға совхозы составына керә, ә 1971 йылдан Сухоречка совхозында hәм Сухоречка ауыл Советында иҫәпләнә.

1994 йыл башына Иҫәкәй ауылында өс милләттән булған 75 йортта 189 кеше йәшәй: 46 башҡорт, 137 татар hәм дүрт рус. Күрше — Шомортло разъездында (тимер юл казармаһы) — ете йортта 12 кеше йәшәгән. Ауылда дөйөм белем биреү башланғыс мәктәбе, райпо магазины, китапханаһы булған ауылда мәҙәниәт йорто эшләгән. Йылдар үтә. Һәм, һуңғы утыҙ йыл эсендә, Бишбүләк районының көньяҡ-көнбайыш ситендә ҙур үҙгәрештәр була. Бөгөн Иҫәкәй ауылында 56 тораҡ йортта ни бары 94 кеше йәшәй. Нигеҙҙә, улар пенсия алды hәм пенсия йәшендәге кешеләр, шулай ҙа мәктәп йәшендәге тағын һигеҙ бала бар. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда мәктәп, медицина пункты hәм башка социаль-мәҙәни объекттар инде күптән юҡ.

— Быйыл, райондың барлыҡ аылдарындағы кеүек үк, иҫәкәйҙәр ҙә йыйында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80-йыллығын билдәләп үтергә ҡарар итте, — тип таныштыра төҙөкләндереү буйынса барлыҡ  ойоштороу мэштәрен башҡарыусы, һуғыш hәм хеҙмәт геройҙарына обелискты яңыртыу һәм ауылдаштарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр менән таныштыра Фазыл Вәлиев. — Обелиск территорияһында фотоһүрәттәр менән эш 2014 йылда уҡ башланды. Тап бына шул ваҡытта бөтә ил буйлап «Yлемһеҙ полк» йөрөшө уҙҙы. Барыһы ла һуғышта ҡатнашҡан ата-бабаларының фотоһүрәттәрен эҙләп табып, 9 Майҙа «Yлемһеҙ полк» бөтә халыҡ йөрөшөнә сыҡты. Был эште беҙҙең Иҫәкәй халҡы ла актив башҡарҙы. Архив сығанаҡтары, район газетаһы hәм Бишбүләк тарихи-этнография музейы аша халыҡ араһында был эште ойоштора алған ауыл старостаһы, хеҙмәт ветераны Саиб Мәхмүт улы Әхмәтовҡа ҙур рәхмәт. 1941-1945 йыдарҙағы һуғышта hәләк булған ҡаhармандарға ҡуйылған обелиск янында табылған фотоларҙы урынлаштырыу идеяһы тап бына шул ваҡытта тыуҙы. Беҙҙең ауылдан 48 кеше фронтҡа киткән, шуларҙың 25-е ҡайтҡан, ә 23-е батырҙарса hәләк булған. Артабан обелискка hәләк булған һалдат hәм офицерҙарҙың ғына түгел, ә һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡандарҙың фотоһүрәттәрен урынлаштырыу, шулай уҡ  тыл геройҙары — беҙҙең инәй-әбейҙәребеҙҙең фотоларын урынлаштырыу идеяһы тыуҙы. Ә бына быларҙың барыһын да матур итеп биҙәү идеяһын район музейы хеҙмәткәрҙәре, директор Роза Гамзат ҡыҙы тәҡдим итте. Хәҙер бында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың фотолары ла бар. Бында, гармониялы рәүештә, обелиск янында беҙҙең ауыл кешеләренең исемдәре hәм фамилиялары яҙылған биш йөҙгә яҡын фотоһы урынаштырылды. Бик шәп килеп сыҡты был!

Аралашыусан hәм энергиялы әңгәмәсем —аралашыу ваҡытында бик ҡыҙыҡлы ваҡиға тураһында ла һөйләне. Беҙҙең район территорияһы аша Куйбышев тимер юлы үткәнен районда бик аҙ кеше белә: ул тап бына Иҫәкәй менән йәнәшә өс километрдҙан артыҡ һуҙыла. Иҫәкәйҙәрҙең кесеһенең дә, оло йәштәгеләрҙең дә тормошо ошо тимер юл менән бәйләнгән. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, улар Шомортло тимер юл перездында электричкаға ултырып, Абдуллин ҡалаһына уҡырға бара. Ҡатын-ҡыҙҙар артыҡ ит-һөт продукцияһын, еләк-емеш һәм йәшелсәне Абдуллин баҙарына һатырға алып барған. Электричка көнөнә бер тапҡыр йөрөгән. Шуға күрә күп осраҡта ҡабат поезд менән дә ҡайтырға тура килгән. Өлкәндәр хатта үҙ балаларын юлда туҡтамаған тауар поезынан һикереп төшөргә лә өйрәткән. Тап бына ошо тимер юл ауылды, Иҫәкәй халҡын ҙур дoнъя менән бәйләгән дә инде, торғонлоҡ йылдарында аҡсалы иткән, әлбиттә, көндәлек тормошта ҡыйыу һәм тәүәкәл булырға өйрәткән.

— Быйыл юбилей датаһына һуғыш hәм хеҙмәт геройҙары обелискын яңыртыу буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ, — ти Фазыл Ғүмәр улы. — Шулай итеп, обелисктың үҙендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәре һәм фамилиялары яҙылған мәрмәр плита ҡуйҙыҡ. Ике яҡҡа ла симметриялы рәүештә ике гранит плита урынлаштырылды. Тимер штакетник һуҙып, ҡойманы тулыһынса алыштырҙыҡ. Шыршылар аҫтындағы барлыҡ юлдарҙы брусчатка менән ҡапланыҡ. Ваҡыт hәм аҡса менән иҫәпләшмәйенсә, обелиск янында иң актив кешеләр эшләне: Рәмзил Аҙнағолов, Рәфис Ғабдуллин, Илгиз Хәбибуллин, Абүзәр, Илдар, Флүр, Фидан hәм Филүс Әхмәтгәрәевтар, Рөстәм Шәрипов, Фаил Мостафин, Илфак Вәлиев, Мөкәтдис Сөләйманов, Динар Мөхәмәтов, Азамат Мортазин, Заhир Хәлирахманов, Фазыл Вәлиев, Флүзә Вәлиева, Зәриә Мортазина, Сирина Мусина, Зәримә Зиннәтуллина, Раузалия Мөхәмәҙиева, Резеда Вәлиева hәм Эльвира Мифтахова. 22 июндә, Ҡайғы һәм хәтер көнөндә, өлкән йәштәгеләр һәм йәштәр, hис шикһеҙ, бында веноктар hәм тере сәскәләр менән йыйылып, барлыҡ ауыл халҡын исемләп иҫкә аласаҡ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары

Барыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр
Барыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр
Барыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр
Барыһын да исемләп хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр
Автор:
Читайте нас