Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
23 Июнь 2025, 10:15

Хеҙмәт тәрбиәһе алалар

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының мәктәп яны участкаһында эш дауам итә

Хеҙмәт тәрбиәһе алаларХеҙмәт тәрбиәһе алалар
Хеҙмәт тәрбиәһе алалар
Ҡупшы ирис сәскәләре мәктәп ихатаһына йәм бирә, тирә-йүндә йүкә һәм жасмин сәскәһенең хуш еҫе таралған. Уларҙан тыш, бында төрлө төҫтәге бәрхәт, астра, розалар үҫә. Балалар сәскәләрҙе генә тәрбиәләмәй, ә мәктәп баҡсаһындағы ағас һәм ҡыуаҡтарҙың төптәрен йомшарта, түтәлдәрҙәге сүп  үләндәрен йолҡа. 
Яҙғыһын сәскән кишер, петрушка һәм укроп теҙмәләре күренә. Мәктәп яны участкаһында эшләү файҙалы шөғөл генә түгел, ә яңы нәмәгә өйрәнеү, тәбиғәт менән бәйләнеште тойоу, бергәләп эшләүҙән шатлыҡ тойоу мөмкинлеге лә. Шулай уҡ йәйге каникулдарҙы файҙалы һәм рәхәтләнеп үткәреү өсөн бик яҡшы ысул. 
Йәйге практика ваҡытында өлкән класс уҡыусылары иҫке ҡоролмаларҙы, үҙ ваҡытын үтәгән биналарҙы һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән конструкцияларҙы һүтеүҙә ярҙам күрһәтә. Был егеттәр өсөн командала эшләү, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу мөмкинлеге лә. Уҡыусыларҙың тырыш хеҙмәте менән мәктәп яны участкаһы күркәм төҫ ала. 
 
https://vk.com/club198377257
 
Хеҙмәт тәрбиәһе алалар
Хеҙмәт тәрбиәһе алалар
Хеҙмәт тәрбиәһе алалар
Хеҙмәт тәрбиәһе алалар
Хеҙмәт тәрбиәһе алалар
Автор:
Читайте нас