

Мутлашыусылар Өфөлә йәшәүсе ҡатынды традицион схема буйынса алдап, ҙур суммалағы аҡсаһын тартып алған. Уны сит ил иҫәбенә аҡса күсереүҙәр арҡаһында уға ҡарата енәйәт эше асылған тип ҡурҡыталар. Һөҙөмтәлә эш «хәүефһеҙ иҫәпкә» барып етә, унда ҡатын 4 миллион һум күсерә.
Әммә мутлашыусылар бының менән генә ҡәнәғәт булмай - икенсе көндө һөжүмен дауам итә. Аптырап ҡалған ҡорбан уларҙың бөтә уйҙырмаларына ышана. Уның тағы 3 миллион һумы ҡала, был аҡсаны ул аферистар ебәргән курьерҙарға бирә,
Аферистар унан тағы аҡса талап итә. Һәм ҡатын ҡыҙынан бурысҡа аҡса һорай. Ул нимә булғанын тиҙ генә аңлай һәм әсәһен полицияға мөрәжәғәт итергә күндерә. Зыян күреүсегә 77 йәш.
Башинформ.