

Беҙ ул хаҡта ҡайһы берҙә урамда ауырыу кешене осратһаҡ йәки наркомандарҙың аңһыҙ ҡыланыуы төшөрөлгән видеояҙмалар ҡараһаҡ ҡына уйланабыҙ. Әммә наркотиктар беҙ уйлағандан күпкә яҡыныраҡ, был бәлә-ҡазанан бер кем дә тулыһынса һаҡланмаған.
26 июндә Халыҡ-ара наркотиктарға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Көрәш һөҙөмтәләре бар: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, наркомания менән сирләү осраҡтары һиҙелерлек кәмегән. Әгәр 1991 йылда төбәктә наркоиҫәптә 26 мең кеше торһа, бөгөн – 3548. Шулай уҡ артыҡ дозанан үлем осраҡтары кәмегән: былтыр табиптар республикала 126 үлем осрағын теркәгән, бер йыл элек наркотиктар менән ағыуланыуҙан 206 кеше вафат булған.
Республика клиник наркология диспансерының баш табибы Руслан Арыҫланов аңлатыуынса, ыңғай динамика властарҙың наркотиктарҙы пропагандалау, һатыу һәм контрабанда өсөн язаны ҡәтғиләштереүенә, төрлө һөнәри, медицина тикшереүҙәре ваҡытында наркотик ҡулланыусыларҙы йышыраҡ асыҡлауға һәм һөҙөмтәлерәк дауалай башлауға бәйле. Шулай уҡ, эксперт фекеренсә, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, наркотиктарҙың зыяны тураһында белемде арттырыу буйынса профилактик эш ҙур роль уйнай.