

Әллә ни ҙур булмаған ауылда hәр кем күҙ алдында. Кеше тураһындағы фекер уның көндәлек эшсәнлеге, ысынбарлыҡҡа мөнәсәбәте heм дoнъяны дөйөм тойоуынигеҙендә формалаша. Эшһеҙлек hәм ағымдағы бурыстарға битараф булыу ауыл тормошонда ҡабул ителмәгән. Бында йыл буйына таңдан алып ҡояш байығансыға ҡәҙәр арымай-талмай эшләргә кәрәк.
— Мин Бикҡол уылында хеҙмәт һөйөүсән колхозсыларҙың күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫтем, — ти Ирек Салауат улы, йылмайып. — Башланғыс мәктәпте тамамлағас, ата-әсәйем мине Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназияһына уҡырға ебәрҙе. Унан һуң мин водитель һөнәре алдым һәм, "права" алғас, армияға барҙым. Республика саҡырыу комиссияһы мине, шофер булараҡ, Өфө гарнизонына хеҙмәт итeргә билдәләне. Бала саҡтан уҡ гимназияла уҡығас, Өфө тыуған ҡалама әйләнгәйне, hәм армия хеҙмәте лә ике йыл ошонда уҙҙы. Мин руль артында был ваҡыт эсендә теләһә ҡайһы таксистан кәм түгел инем, баш ҡаланың барлыҡ урамдарын, тыҡрыҡ, проспекттарын яттан өйрәндем.
Армиянан һуң Ирек илебеҙҙең төньяҡ киңлектәренә аҡса эшләргә китә. Ул ваҡытта ул өйләнгән була инде. Уның инде үҫкән ике балаһы була. Ләкин тыуған төйәгенә, ата-бабалары еренә ынтылыш уға бер ваҡытта да тынғылыҡ бирмәй. Тап бына шуға күрә 2010 йылда ул үҙенең тыуған яғына ҡайтырға hәм еңел булмаған, ләкин яратҡан крәҫтиән хеҙмәте менән шөғөлләнергә ҡарар итә.
— Бына ун биш йыл инде мин үҙ яҙмышымды малсылыҡ менән бәйләнем, — тип дауам итә Ирек Салауат улы. — Минең шәхси хужалығымда егерменән артыҡ һыйыр малы бар. Уҙған йыл малдар һаны етмеш баштан артып киткәйне. Эште бер аҙ еңеләйтергә тырыштым. Ләкин туҡтарға уйламайым. Алдан уҡ малдар аҫрау өсөн йылытылған иркен аҙбар төҙөнөм. Хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү өсөн кәрәкле техника бар: ГАЗ-3309 үҙбушатҡыс автомобиле, куны, сапҡысы, йыйғысы, тағылма ҡоролмаһы булған МТЗ-82.1 тәгәрмәсле тракторы бар. Минең ярҙамсым — тоғро дуҫым Руслан Марсель улы Сабиров. Мал көтөү өсөн Дим йылғаһы туғайҙарын арендаға алам. Бында инде үҙен бик яҡшы аҡлаған электр көтөүсеһе ярҙамға килә. Һыйырҙар уға өйрәнде инде, hәм минең мал көтөү проблемаһы юҡ.
Оптимистик ҡарашлы Ирек Рәсүлев уның өсөн физикэш ауыр түгел, ә бары тик барлыҡ уйланған hәм хәл ителә торған проблемалы эштәрҙе башҡарғандан һуң рәхәтлек бирә торған арыу ғына, ти. Уның өсөн уңай һөҙөмтә тап бына көсөргәнешле һәм көндәлек хеҙмәт аша килә. Һәм ул үҙенең бер тапҡыр яһаған һайлауы өсөн бер ҙә үкенмәй.
Набережный ауылында йәшәүселәрҙең барыһы ла уға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә, үтенестәрен кире ҡаҡмағандары өсөн уның турала бик яҡшы фекерҙә. Ирек Салауат улы ҡышҡыһын ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартырға ярҙам итә, халыҡҡа транспорт хеҙмәттәре лә күрһәтә, юлдарҙы тигеҙләй. Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы уңайынан Набережныйҙа барлыҡ ауыл менән Бөйөк Ватан һуғышы hәм тыл ветерандарына, шулай уҡ ауылдаштарына — әле МХОла ҡатнашыусыларға бағышланған матур обелиск тергеҙелгән. Бында Ирек Рәсүлев тракторҙан автомобилгә hәм тағын тракторға күсеп ултырып, обелиск нигеҙе аҫтына тупраҡ ташыу буйынса бик ҙур эш башҡарған, юлдарҙы тигеҙләгән hәм иҫтәлекле урындың эргәгеһенә ваҡ таш һалған. Халыҡ уның эшенән ҡәнәғәт ҡалған. Район хәкимиәте башлығы Артур Зарипов дөйөм байрам тантанаһында ауылдаштарының hәм ҡунаҡтарның көслө алҡыштары аҫтында уртаҡ эшкә индергән өлөшө өсөн рәхмәт әйтеп, уға Рәхмәт хаты тапшырған.
Владимир СМОЛОВ.