

Был көндә "халыҡ-ара наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө" сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүеше көнө үтте.
Көн дәртләндереүсе зарядка менән башланды. Файҙалы һәм тәмле иртәнге аштан һуң тәрбиәселәр һәм вожатыйҙар балалар менән «Сәләмәт булыу һәйбәт» темаһына һаулыҡ минуты үткәрҙе. Тәрбиәләнеүселәр наркомания һәм тәмәке тартыу тураһында "зыянлы ғәҙәттәргә - юҡ"темаһына видеояҙма ҡараны, ҡаралған фильм тураһында фекер алышты. Улар шулай уҡ ҡыҙыҡһынып уйнаны, йомаҡтар систе, «Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн» викторина һорауҙарына яуап бирҙе, һуңынан наркоманияның һәм тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында белгәндәрен һөйләне.
Көндөң иң ҙур сараһы булып " Физкульт-Ура!, унда балалар төрлө эстафеталарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты һәм үҙҙәренең оҫталығын, тиҙлеген, берҙәмлеген һәм команда рухын күрһәтте. Уҡыусылар көндө зарядканан башларға һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн йәйге каникул осоронда хәүефһеҙлек талаптарын үтәү буйынса иҫкәртеү дәресе үтте.
https://vk.com/public206548118